Уйын07.12.2011
Ах, был тормош
Хәтәр уйын икән —
Гел еңеүҙән тормай
Уйын да.
Бәхет менән йәнәш
Ҡара ҡайғы
Ултыралар һинең
Туйыңда.
Әллә йәшлек
Йүләрлеге инде,
Әллә, нәфсе,
Һинме ҡоторттоң?!
Тормош тигән хәтәр уйынға мин
Бәхетемде һалып,
Отторттом.
Шунан башлап,
Отолоуҙар китте.
Мин уйынға
Тамам йотолдом:
Ҡотолормон, бәлки...
Өмөт һалдым.
Ҡотолдоммо?
Юҡ, юҡ, отолдом.
Уйын булғас,
Алдашыу ҙа була —
Алдаштым да,
Ләкин тотолдом.
Һуңғы тапҡыр ғына уйнайым тип,
Мөхәббәтте һалып,
Отолдом.
Бәхет, Өмөт, Мөхәббәт тә китте...
Ә намыҫың?..
Юҡ, юҡ, һис ҡасан...
Кешеләрем мине ерләгәндә,
Намыҫһыҙ, тип әйтмәҫ,
Исмаһам.
Салауат Әбүзәров