“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы халҡыбыҙҙың күркәм йолаларынан һанала. Ошондай матур сара күптән түгел Яңы Илек ауылында үтте: Туғайлыҡ урамының
100 йыллыҡ юбилейын билдәләнеләр.
Тәбиғәттең иҫ киткес күркәм урынында — Сөн буйында урынлашҡан Яңы Илек ауылы. Халҡы эшһөйәр, берҙәм, ҡунаҡсыл булыуы менән дан тота. Ауылдың 300 йылға яҡын бай тарихы бар. Район үҙәге Баҡалыға хәтлем асфальт юл һалынған, урамдары көҙгөләй ялтырап ята. Халыҡ газ ҡуллана, йорт-ҡуралары ҡараулы, һәммә ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек. Кешеләр тырышып донъя көтә. Бында ике ҡатлы яңы мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто бар.
Һәр нәҫел үҙ табынын ҡорҙо. Һандыҡ төптәрендә ҡәҙерләп һаҡланған сигеүле һөлгөләр, селтәрле ашъяулыҡтар, һуғылған балаҫтар ҡойма һәм ҡапҡаларға эленде, күп урындарҙа еҙ самауыр ялт итеп күҙҙең яуын алып тора. Ә табындарҙа ниҙәр генә юҡ — баллы сәк-сәк тиһеңме, күпереп торған табикмәк, ҡоймаҡ булһынмы — тәмле-тәмле ризыҡтарҙан өҫтәлдәр һығылып тора, ҡымыҙ хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Туғайлыҡ урамына 1912 йылда Иван Чернов тарафынан нигеҙ һалынған. Бында хәҙер уның бүләре Владимир Кириллов йәшәй. Был урамда йәшәүселәрҙең һәр береһенең ҡапҡаһы алдына стендтар яһалып ҡуйылған — унда ҡасан кемдең йәшәгәнен белергә мөмкин. Урамдың иң оло кешеһе — Мария Корнилова, уға 85 йәш. Һуғыш осоронда ҙур ауырлыҡтар кисергән быуын вәкиле ул. Шөкөр, әле лә бирешмәй, ейәнсәре һәм бүләсәрҙәре менән бергә донъя көтә.
Бөйөк Ватан һуғышына был урамдан байтаҡ кеше фронтҡа киткән, ә ҡайһы берҙәре батырҙарса һуғышып, сит ерҙәрҙә мәңгелеккә ятып ҡалған.
Күркәм ғаиләләр байтаҡ. Игушиндар — ауылда иң эшһөйәр, берҙәм, көслө нәҫелдәрҙең береһе. Кооперативтың тәжрибәле шоферы Александр Игушин, ферма мөдире Николай Игушин, райондың фельдшерҙар конкурсында еңеүсе Нәфисә Игушина — ауылдаштары араһында хөрмәтле, абруйлы кешеләр. Шулай уҡ “Баҡалы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Петр Кириллов, бухгалтерҙар Валентина һәм Светлана Агаповалар, механизаторҙар Илья менән Иван Кирилловтар, быҙау ҡараусы Мария Корнилова, һауынсы Нина Әхмәтованың фиҙаҡәр хеҙмәте оло маҡтауға лайыҡ. Хеҙмәт алдынғыларының күбеһе орден-миҙал, маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы уңайынан урамдың иң йәш ғаиләһенә — Мария менән Владимир Кирилловтарға иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Ғаилә башлығы армия сафында хеҙмәт иткәндән һуң туған колхозында малсылыҡта эшләй, хужабикә — балалар баҡсаһында ашнаҡсы. Йәштәр үҙ йортон һалыу өсөн хөкүмәттән субсидия алған.
Кооператив рәйесе Андрей Давыдов алдынғы эшселәрҙе бүләкләне, хужалыҡтың ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне.
— Бөгөн иҫ киткес гүзәл байрам. Һәр кемдең шатлығы йөҙөнә сыҡҡан, күп йылдар осрашмаған ауылдаштарға күрешеү, класташтарға йыйылыу форсаты сыҡты, бала саҡ һәм йәшлек дуҫтарының һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, әхирәттәр серләшә. Бына ошо шатлыҡлы минуттарҙы бергәләп кисереү — һәр беребеҙгә оло ҡыуаныс. Тыуған төйәгебеҙҙә тормошто һүндермәү, ауылды йәшәтеү, йәшәртеү беҙҙең ҡулда, — тине Киләй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Геннадий Коземаслов.
Уйын-көлкө, йыр-моңға сорналған байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Лира ГӘРӘЕВА
Баҡалы районы.