Йырҙарым — елкән киреп офоҡта йөҙгән карап01.08.2012
Йырҙарым — елкән киреп офоҡта йөҙгән карапАуылым биҙәктәре

Арып-талсыҡҡан сағымда
Тәбиғәтте күҙәтәм.
Гүзәллек ул — тыуған яҡта,
Һәр тарафҡа күҙ атам.

Һандуғастар менән тороп,
Табынам ал таңдарға.
Моңло Базы буйҙарында
Сер йәшерәм талдарға.

Таң ысығында нур ҡойоноп,
Ялан тәпәй ел ҡыуам.
Тыуған тупраҡ наҙҙарында
Әллә яңынан тыуам?!

Урманым

Әй, урманым!
Бөҙрә ҡыуаҡ, ағастарың
Тамыр йәйә еремдә.
Донъя гиҙһәм, матурлыҡта
Тапмам һиңә тиңен дә.

Һушты алып ултыраһың,
Шишкин һүрәте кеүек.
Һиндә шыршы, ҡарағайҙар
Ғәскәр рәтенән төҙөк.

Йәш ҡыҙҙарҙай ҡайындарың
Һыу буйында сәс тарай.
Ҡаш аҫтынан керпек һирпеп,
Имән-егеткә ҡарай...

Әй, урманым!
Ер биҙәге — йәшел ҡалҡан,
Һынма дәүер еленән.
Һаҡла беҙҙе дымың менән,
Һут ал ғәзиз еремдән!

Таң

Йыраҡ офоҡтарҙы ялмап,
Әкрен генә таң һыҙыла.
Төпһөҙ күктән төшкән төҫлө
Йән иркәләп, моң һуҙыла.

Тиҙҙән донъя төргән томан
Кинәт иреп, юғалыр.
Яҡты ҡояш ерҙе үбеп,
Гүзәллеккә таң ҡалыр.

Тау артынан сыҡҡан ҡояш
Зәңгәр күлдә ҡойонор.
Төн күҙ йомған томбойоҡтар,
Көн сәләмләп, һөйөнөр...

Урманда

Киң аҡланға таң һылыуы
Көмөш ынйылар ҡойған.
Аҡ сәскәнән нағыш һалып,
Ҙур келәм сигеп ҡуйған.

Зифа һынлы ҡайындарҙа
Йәшел хәтфәнән елән.
Аҡлан өҫтө нур ҡойона
Ал таң һыҙылыу менән.

Аҡ сәскәләр шат йылмая:
“Сәләм һиңә, сәләм! — ти. —
Көноҙоно шул һүрәткә
Һоҡлана бар ғаләм”, — ти.

Июль

Киң аҡландың уртаһында
Ал-зәңгәрҙән ҡыңғырау.
Талғын елгә серен һөйләп,
Гүйә, бирә бер һорау:

“Хуш киләһең, һылыу ҡыҙым,
Һоҡланмай түҙәрлекме?
Күҙең ҡараһы шикелле
Һаҡла был гүзәллекте!”

Кәкүк һанай ғүмеремде,
Уға ҡушыла былбыл.
Урмандың көйлө ауазы —
Тыңлап туймаҫлыҡ моң ул.

Хәтфә үлән араһында
Еләк бешкән алланып.
Өҙөп алып, тәмләп ҡапһаң,
Телдә тора балланып.

Еләк йыям мин йүгереп,
Өлгөргән, үҫкәндәрен.
Силәгемә һайлап һалам
Ҡыҙарып бешкәндәрен.

Хыялдарым

Хыялдарым — елкән ки(е)реп
Офоҡта йөҙгән карап.
Мин уларҙан сәйлән теҙәм,
Йондоҙло күккә ҡарап.

Аҡ хыялдан торған карап
Күк томанда юғала.
Ҡулым болғап, тылсым көтөп,
Ярҙарҙа тороп ҡалам.

Теҙген тоймаҫ хыял-карап
Елпей елле елкәнен.
Шуға ҡарап мин дә тоям
Иңдә ҡанат үҫкәнен.

Моң тулған күңел

Күктәр айҡаған
Буш хыял түгел —
Таңдарҙа һайрай
Моң тулған күңел.

Ихлас күңелем
Ярһый, ашҡына.
Уйҙарым таша —
Сыҙа баш ҡына!

Моң тулған күңел
Йәшәһен миндә.
Һис икеләнмәй
Ҡушыл, әй, һин дә!

Уйҙар, уйҙар...

Уйҙар, уйҙар! Ярһыу уйҙар...
Ҡайҙарға алып китә?
Маңлайҙарға мөһөр баҫып,
Күҙ күрмәҫ ергә илтә.

Айлы кистә күккә баҡһам,
Ҡаса төн йоҡоларым.
Әйтерһең дә, уйҙарымдан
Ҙур келәм туҡығанмын.

Хыял теҙгән шул келәмдә
Йондоҙҙар хасил булған...
Күктең йөҙө балҡып янған
Уйҙарым менән тулған.

Һин һәм мин

Төштәремдә һине күрәм —
Бергә етәкләшәбеҙ.
Таң атҡансы айырылмай,
Туйғансы серләшәбеҙ.

Ҡуш тирәккә килеп ҡунған
Ҡоштоң береһе — ул һиндер.
Таңда биргән вәғәҙәләрең
Былбыл һайрауға тиңдер.

Ай нурҙарына төрөнөп,
Һыу ҡойонған — ул миндер.
Йондоҙҙар көнләп күҙәткән
Һыу һылыуына тиңдер.

Бәхет юрап парлап остоҡ,
Ҡош юлында — ул беҙҙер.
Күктә ҡуш йондоҙ ҡабынды —
Икебеҙ һалған эҙҙер.

Зәлифә КАШАПОВА.
Илеш районы.


Вернуться назад