Көҙ07.12.2011
Көҙ — еткән ҡыҙ.
Көн-төн бирнә сигә...
Айырылғыһы килмәй
Көҙөнән
Бик йыш ҡына
Йәше тамып ҡуя
Йыһан әсәһенең
Күҙенән.

Көмөш тәңкәләрен
Һибә-һибә,
Кейәү егет —
Ҡыш та яҡынлай.
Ҡауышыуҙың
Минуттарын көтөп,
Көҙҙөң йөҙө
Яна ялҡындай.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад