“Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы” республика йәмәғәт ойошмаһының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премияһы тураһындағы положение31.07.2012
1. Әҙәбиәт өлкәһендәге Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премия (артабан — М. Буранғолов исемендәге премия) Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы идараһы ҡарары менән Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары булған яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың, шулай уҡ әҙәбиәтсе һәм фольклорсыларҙың Башҡортостан халыҡтары тормошон һәм хеҙмәтен сағылдырыуға, башҡорт әҙәбиәте, тәнҡите һәм фольклористикаһындағы мөһим проблемаларға арналған, йәмәғәтселектә танылыу яулаған талантлы, юғары художестволы әҫәрҙәре өсөн бирелә.
2. Йыл һайын 50 000 һум күләмендә М. Буранғолов исемендәге бер премия бирелә.
3. М. Буранғолов исемендәге премияға тәҡдим итеүгә әҫәрҙәр һәм эштәр яҙыусылар ойошмалары, уҡыу йорттары, йәмәғәт берекмәләре, гәзит һәм журнал редакциялары, нәшриәттәр тарафынан күрһәтелә. Эштәр коллегия, идара ултырыштарында, хеҙмәт коллективы йыйылыштарында, һәр кандидаттың ижади өлөшөн иҫәпкә алып, тулы асыҡлыҡ шарттарында күрһәтелә. Дәғүәселәрҙең йәше сикләнмәй.
4. М. Буранғолов исемендәге премияға әҙәбиәт ғилеме, тәнҡит һәм фольклористика өлкәһендәге әҙәби әҫәрҙәр һәм эштәр, тамамланған килеш, күрһәтелгән көнгә тиклем кәмендә бер йыл эсендә матбуғатта баҫылып сыҡҡандан һуң ғына тәҡдим ителә ала.
5. М. Буранғолов исемендәге премияға дәғүә иткән авторҙар коллективы хәл иткес өлөш индергән төп авторҙарҙы ғына үҙ эсенә алырға тейеш. Дәғүәселәр коллективына кешеләрҙе административ, консультатив һәм ойоштороу эше билдәләре буйынса индереү рөхсәт ителмәй. Дәғүәселәр һаны биш кешенән артмаҫҡа тейеш.
6. М. Буранғолов исемендәге премияға тәҡдим ителгән әҫәрҙәр һәм эштәр Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы тарафынан раҫланған М. Буранғолов исемендәге премиялар буйынса комиссия (артабан — Комиссия) тарафынан йыл һайын 1 августан 30 октябргә тиклем ҡабул ителә.
7. Комиссия тарафынан ҡарауға ҡабул ителгән әҫәрҙәр һәм эштәр исемлеге, авторҙарын һәм күрһәткән ойошмаларын билдәләп, ошо эштәрҙе ҡабул итеү тамамланғандан һуң, республика гәзиттәрендә баҫылып сыға.
8. Комиссия тарафынан ҡарауға ҡабул ителгән әҫәр һәм эштәрҙең матбуғатта, телерадиотапшырыуҙарҙа, редакция-нәшриәт советтары ултырыштарында, ижади һәм башҡа йәмәғәт ойошмаларында бөтә яҡлап тикшерелеүе шарт. Тикшереү демократик, дискуссия рәүешендә тормошҡа ашырылырға, киң йәмәғәтселек фекерен һәм баһаһын асыҡлау мөмкинлеген бирергә тейеш. Ошондай тикшереү материалдары, баһаламалар, иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр комиссияға ебәрелә. Комиссия ағзалары күрһәтелгән эштәр менән таныша, йәмәғәтселек фекерен өйрәнә, унан һуң Комиссия ултырышында һуңғы ҡарар ҡабул итеү өсөн иң лайыҡлы әҫәрҙәрҙе һәм эштәрҙе ҡарай, һайлап ала.
9. Комиссияның М. Буранғолов исемендәге әҙәби премия биреү тураһындағы тәҡдимдәре ҡарар ҡабул итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһына ебәрелә.
10. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһының М. Буранғолов исемендәге әҙәби премия биреү тураһындағы ҡарары, ҡабул ителгәндән һуң, матбуғатта баҫылып сыға. Премия декабрҙең тәүге көндәрендә — Башҡортостандың халыҡ сәсәне тыуған осорҙа — тапшырыла.
11. М. Буранғолов исемендәге әҙәби премияға лайыҡ булған кешеләргә “Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премия лауреаты” тигән исем бирелә, лауреат дипломы һәм күкрәккә тағылмалы билдә тапшырыла.
12. Ижади коллектив (авторҙар коллективы) бүләкләнгән осраҡта бер генә аҡсалата премия тапшырыла, ул ағзалар араһында тигеҙ бүленә. Һәр ағзаға лауреат дипломы һәм күкрәккә тағылмалы почетлы билдә тапшырыла.
М. Буранғолов исемендәге әҙәби премияға документтар “Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы” республика йәмәғәт ойошмаһы идараһына тапшырыла. Адресы: 450076, Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 34. Тел./факс: (347) 273-30-47.