Һуҡыр килеш күп нәмәгә07.12.2011
* * *
Һуҡыр килеш күп нәмәгә
Табындым.
Бәғзеләрҙең аҡылына
Абындым.
Дошман менән етәкләшеп
Йөрөнөм.
Ғәжәпләнәм: һаман әле
Теремен.
Иләк менән һыу ташып та
Маташтым.
Көпә-көндөҙ, йоҡо баҫып,
Һаташтым.
Самаһынан уҙып китеп
Хатаның,
Хатта аҡты ҡара тип тә
Атаным.
...Ныҡ үҙгәрттек бөгөн заман
Бейеүен.
Үҙгәрмәйсә ҡалған бары
Һөйөүем.
Салауат Әбүзәров