ТөшҠыҙыҡ ҡынамы һуң,
Мөғжизә был! —
Төштәремә килеп инеүең:
Йәшел ялан,
Йәшел һуҡмаҡ буйлап,
Үҙ йортоңа алып килеүең.
Һин шундай йәш, имеш,
Егет сағың.
Ебәрмәҫтәй ҡулдан тотҡанһың.
Аҡ күлдәктән, бер ҡулыңда гармун,
Өндәшмәйһең, телең йотҡанһың.
Индек өйгә
Шулай етәкләшеп.
Өй түгел был, баҡса-һарай бит:
Бында ихлас
Йәндең тыныслығы,
Гөлдәр үҫә, ҡоштар һайрай бит!
Тирә-яҡты урап урман үҫкән,
Ихатаңда инде зәңгәр күл.
Күлдә йөҙә аҡҡош балалары,
Һин йырлайһың шунда ҡарап гел.
Һинең йырҙан миңә ҡанат үҫте,
Баш осонда остом, ҡыуандым.
Юҡҡа сыҡтың...
Һине юғалтыуҙан
Мин ҡысҡырып илап уяндым.
Сихри йырың тыңлап туялмайса,
Түшәгемдә иҙрәп мин яттым.
...Һине күреп ятҡан йоҡоларҙан
Ниңә генә мине уяттың?
Ниҙер эҙләнемТауҙар артына ҡояш та батты.
Йәндә юҡ тынғы, ниҙер эҙләнәм.
Киске яҡҡа мин шәмем ҡабыҙып,
Рәсемең алдына килеп теҙләнәм:
— Өнөмдә лә һин, төшөмдә лә һин,
Өҙөлә шулай кем һинең өсөн?
Рәсемеңдән һорайым, әйт әле, ниңә
Был ал таң атмай тик беҙҙең өсөн?
Ҡояш та сығыр иртә таң менән,
Һин дә үтерһең ситләп урамдан.
Бөгөнгө зарҙар иртәгә ҡалмаҫ,
Эҙең юғалыр төнгө бурандан...
Мин — йәй ҡыҙы!Мин — йәй ҡыҙы!
Август айыныҡы,
Гөлдөң шау сәскәле сағыныҡы.
Шағирлыҡ хисе таратыуым
Әйтеп тора: шәреҡ яғыныҡы.
...Биҙәнмәй ҙә ҡыҙың йәш күренә,
Көҙ ҡояшы һымаҡ тиҙ һүрелә.
Тырышһа ла йәйҙә ул ҡалырға
Аҡ ҡыш аҡлығына тиҙ төрөнә.
Шау сәскәле гөлөм — баҡса ғына.
Шағир йәнле үҙем — ҡаҡса ғына.
Бөйөк мөхәббәттең ялҡынынан
Эләккәнмен хистең бай сағына...
Мин — йәй ҡыҙы!
Һеҙ был гүзәллекте
Тотоп тоймайынса түҙәрлекме?
Рәхмәт!!!
Көҙ-ҡышыма йәй гөлдәрен
Ултыртҡанһың миңә өҙәрлекте...
Хуш, иҫән бул!Хуш, иҫән бул!
Ғәзиз ауылҡайым,
Ҡайталмаһам һиңә тағы ла,
Был ҡыҙыңды әллә онотҡанһың
Ярлы, етем бала сағында.
Китеп бара, поезд тәҙрәһенән
Ҡарай-ҡарай һиңә ҡайырылып.
Хуш инде, хуш... Тыуып үҫкән ауыл,
Бигерәк ауыр никтер айырылыу.
Әсәйемдең күҙ йәштәре аға,
Оҙатҡанда түҙмәй илай бит:
— Һин ауылдың уңған бер сибәре,
Ник китәһең?
Китмә, тигән һымаҡ
Аҡтырнаҡ та ҡулың ялай бит.
Именлектәр теләйем һиңә, илем!Именлектәр теләйем һиңә, илем,
Аяҡ баҫып йөрөгән еремә.
Башҡортостан ҡырҙарында үҫкән
Икмәгеңде ҡуям түремә!
Икмәгеңде ҡуям түрҙәремә,
Сәскәләрҙән үрәм таҡыя.
Таҡыялай үргән һәр бер йырым
Халҡым күңеленә моң ҡоя.
Именлектәр теләйем һиңә, илем,
Аяҡ баҫып йөрөгән еремә!
Моңом йыям изге тупрағымдан,
Йөрәгемдән сыҡҡан йырыма!
Асия ЧАНЫШЕВА.