Мостай Кәримгә — һәйкәл28.07.2012
Киләһе йылдың көҙөндә Өфөнөң Киров урамында мәшһүр әҙип, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйыласаҡ.

Мостафа Сафа улының образын мәңгеләштереү бәхете Мәскәү скульпторы Андрей Ковальчукка тейҙе. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы үткәргән конкурста тап ул еңеп сыҡты.
Мостай Кәримдең һыны бронзанан яһаласаҡ. Уның артында ҡулъяҙмалары композицияһы һүрәтләнәсәк. Ижад итеүселәрҙең фаразлауынса, был ҡулъяҙмалар ҡош ҡанаттарын хәтерләтергә тейеш. Һәйкәл композицияһының дөйөм бейеклеге алты метр тәшкил итәсәк. Мостай Кәримдең һыны эргәһендәге скверҙа ике фонтан, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар буласаҡ.
Проектҡа 61 миллион һумдан ашыу аҡса һалынасаҡ.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад