Ҡар батшалығы07.12.2011
Был донъяла мин Кай* һымаҡ, —
Ҡар батшалығы ҡоло.
Уйҙар — һалҡын,
Күңелем — боҙ
Һәм ҡар йөрәгем тулы.

Тирә-йүндә ҡар кешеләр,
Ҡар ҡанун
Хөкөм һөрә.
Күктә лә йондоҙ түгел —
Боҙ (!),
Күҙҙәрем шулай күрә.

Әсирлектән ҡотҡар мине,
Ҡайҙа һин, йәнем,
Герда?**
Һағышлы тауыш ишетәм:
"Мин — йырҙа!..
Йырҙа!..
Йырҙа!..

Кай* һәм Герда** — "Снежная королева" әкиәте геройҙары

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад