Эй, Шүрәле, Туҡай Шүрәлеһе07.12.2011
* * *
Эй, Шүрәле, Туҡай Шүрәлеһе,
Меҫкен хәлдә ҡалған Шүрәле!
Беҙҙең хәл дә бик үк шәптән түгел,
Хәлебеҙҙе, туған, күр әле.
Былтыр абзый бик хәйләкәр икән —
Атын-затын һорап торманы,
Уҙған юлдарында ҡыйыралып,
Ятып ҡалды ҡара урманы.
Ауыҙ асып, бер һүҙ әйталманыҡ,
Беҙ ышандыҡ уға — һармаҡтар!
Сөнки төрлә закон ярығына
Ҡыҫтырылған ине бармаҡтар.
Нәҫелебеҙ һинең нәҫел һымаҡ,
Үтә ышаныусан — тиле беҙ.
Һәм бер мәлде ағас ярығына
Килеп керҙе ғәзиз телебеҙ.
Һәр замандың үҙ Былтыры була,
Әҙер тора тишек шоманы.
Һәм бүрәнә ярығына түгел,
Быуыныңа ҡаға шынаны.
Һыҙланаһың, халҡым, өнөң сыҡмай,
Буйһонаһың һаман ҡушҡанға.
Бер көн килеп, әйтмәҫтәрме һиңә,
Ҡысҡырма, тип, былтыр ҡыҫҡанға...
Салауат Әбүзәров
Салауат Әбүзәров