Дин07.12.2011
Намаҙлығым —
Ап-аҡ ҡағыҙ,
Йырҙарым —
Доға инең.
Табынғаным —
Әҙәбиәт,
Шиғриәт —
Тотҡан динем.
Мулла булырға
Самам юҡ,
Суфый ҙа
Булалманым.
Ябай ғына
Бер ҡоло мин
Ижад тигән
Алланың.
Ҡиәмәттә
Яуап биреп,
Үҙемде
Йәлләтмәмен.
Йырлы донъя —
Нурлы донъя, —
Былай ҙа
Йәннәттәмен.
Салауат Әбүзәров