Туймазының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында таҫма менән сигеү эштәре күргәҙмәһе асылды.
Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәгә ҡуйылған 55 картинаны Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайы уҡытыусыһы Әлфиә Лагода һәм “Оҫталыҡ дәрестәре” берекмәһендә шөғөлләнеүселәр төшөргән.
— Эштең тәүге этабында эскиз яһала, нигеҙ әҙерләнә, — ти Әлфиә Лагода. — Ебәк туҡыма рамға кейҙерелә, уға махсус буяу менән артҡы фон төшөрөлә. Буяу кипкәс, эскиз туҡымаға күсерелә һәм сигеү башҡарыла.
Туҡымалағы һүрәт менән таҫма ярҙамында сигеүҙе берләштереү һөҙөмтәһендә йәнле картина килеп сыға. Әлфиә Лагода әйтеүенсә, бер эште тулыһынса башҡарыуға ете көн самаһы ваҡыт кәрәк. Оҫтабикәнең иң ҡатмарлы эше — “Көҙ һулышы” пейзажы — атлас таҫмалар менән сигелгән.
Күргәҙмә 15 авгусҡа тиклем эшләйәсәк.
Л. ФӘРИТОВА.