...Тарих яҙыр инем ташына Халыҡ йырынан
Баҡсамдағы эреле-ваҡлы
Баҡса ташты йыйып алам.
Хәтеремдә һәр береһе —
Тотамын да уйға ҡалам...
Бик ваҡ ҡына бынауынан
Иртәләне тәүге ҡарҙар.
Ҡарамаҡҡа — был һәлмәге
Маңлайыма һалды һырҙар!
Йөрәгемә ҡан һауҙырған
Ғәләмәт ҙур ошо ташты
Һаҡлайһым бар.
Яҙҙырырмын:
“Хаҡлыҡ өсөн яғалашты!..”
***
Ике йөҙлө булалманым,
Уйнаманым намыҫ менән.
Тирем өсөн дер ҡалтырау,
Әлдә әле
Алыҫ минән...
Ялтыр битлек кеймәйем мин,
Эсемдәге — гел тышымда.
Мөмкин түгел йәшәүҙәрем
Ялған дандың ышығында!
Бер-береңде төп башына
Ултыртыуға китте донъя.
Шул донъяла мин үҙемде
Япа-яңғыҙ төҫлө тоям.
Инанғаным — тик дөрөҫлөк,
Бөтмәй булмаҫ бер саҡ ялған.
Һуңғы кеше мин булһамсы,
Кәкре ҡайын терәп ҡалған!..
Көҙбағыр Көҙбағырға* хатта ҡырыҫ йәндәр
Күңел күҙе менән бағырҙар.
Алтын көҙҙөң һәр бер биҙәгенән
Хайран ҡалып, һуштан яҙырҙар.
Көҙбағырҙы хәҙер көтөп алам,
Уйсанлана төштөм, һиҙәмен:
Көҙҙәрҙән мин сағыу төҫтәр түгел,
Асылмаған серҙәр эҙләймен.
Көҙбағырҙа бары сабыр була,
Солғап ала аҡыл донъяны.
“Ыһ!” та итмәй,
Һуңғы япраҡтарын
Ҡойған ҡайындарҙы һына һин!..
Сабырлыҡтар беҙгә яҙһын ине,
Етһен аҡыл көҙгө мәлдәрҙә.
Олпат уҙамандар, сабый кеүек,
Ҡара көҙҙә кеше көлдөрә!
Йылдарыбыҙ яуған япраҡ ише,
Кешелеккә бәрәкәт, һут-тәм бит!
Мин дә шуға ғүмер йомғағымды
Һәүетемсә генә һүтәм бит...
_______
Көҙбағыр* — боронғо башҡорт телендә көҙ айы мәғәнәһендә.
***
Ҡаты һыуыҡтарҙа ер ярыла,
Шартлап китә ҡаты имәндәр.
Ҡаты һынауҙарға түҙеммен мин,
Имәндән дә ҡаты, тиһендәр.
Ҡышҡы селләләрҙә тыйнаҡ ҡына
Ҡағылғайны һинең ирендәр.
Балауыҙҙай иренем дә киттем,
Ҡатылығы ҡайҙа, тиһендәр.
***
Ғүмер йомғағымды һүтә-һүтә,
Ваҡлап торам алты тиҫтәне.
“Күҙгә күренер ниҙәр
ҡылғанмын һуң?” —
Уйҙарымдан ҡапыл һиҫкәндем.
Ағастарҙы ҡоштар төйәк итте,
Әҙәм көлдөрмәҫтәй йорт-ҡурам.
“Милләт өсөн ниҙәр эшләнең
һин?!” —
Тынғы бирмәй миңә был һорау.
Халҡым, тиеп хәбәр һатыуҙары
Бик аҙ, беләм, ирмен тигәнгә.
Юҡтыр баһаң: ил-ғәм өсөн эшең
Тулмай торһа әгәр тингә лә!..
“Баҙар балтаһы”нан баҙап ҡалған,
Битарафлыҡ баҫҡан халҡымды
Тарих арбаһында һаҡлап ҡалһам,
Хаҡ яҙмышым әйтер хаҡымды!
***
Яҡшылар гел миңә юлдаш булды,
Юлдаш булды кире бөткәндәр.
Икеһен дә үҙемдеке күрҙем,
Ғүмер тигән юлды үткәндә.
Йылы һүҙе күркәм кешеләрҙең
Аҙмы яҙыҡтарҙан һаҡланы?!
Ҡайһы ваҡыт миңә ярап ҡалды
Күрә алмағандың ҡаҡҡаны...
Яҡшыһы ла,
Яманы ла кәрәк,
Донъям теүәл улар барында.
Кире бөткәндәрем уяу тота,
Һаҡлай дуҫтар ямғыр-буранда.
***
(Булған хәл)
Ярһып сапҡан ярыш юртағының,
Тауһеңерҙә* барған һабантуйҙа,
Септә һелтәгәндәр
Алдарына
(Ҡай бер әҙәм була яман уйҙа).
Осоп барған килеш,
Өркөүенән,
Йөрәге ярылып ауған арғымаҡ!..
Тормош — бәйге,
Минең эргәмдә лә
Хәүеф һалыр кемдер бар һымаҡ...
_______
Тауһеңер* — ҡырмыҫҡалыларҙың һабантуй үтер яланы.
***
Көҙҙәр етһә, болоҡһой ҙа китәм,
Эй, был ғүмерҙәрҙең үткәне!..
Минең һағыштарҙан ҡайындар ҙа
Һап-һарынан кейҙе күлдәген.
Был донъяла беҙҙе хәсрәттәргә
Һалыр мәлдәр, сәбәп аҙмы һуң?!
Минең ҡайғыларҙан бер кемгә лә
Ҡара күлдәк кейеү яҙмаһын!
Тоғролоҡҡа һынау Һин теләгән һынау оҙон-оҙаҡ,
Тиҫтә йылға инде яҡынлаша.
Тауышыңды ишетеп, тойоп торам,
Йөҙҙәреңде күрәм томан аша.
Тиҫтә йылда аҙмы һыуҙар кистем,
Уттар йоттом, тынғы тапманым.
Һинең алда тағы ниндәйерәк,
Белгем килә, һынау ҡалғанын?!
Булыр гонаһтарым ярлыҡанған,
Инде мин саф, әнбиә затынан!
Мин үҙемде ҡорбан иттем, ахыры,
Һинең мөхәббәтең хаҡына...
***
Һине һөйҙөм оло хистәр менән,
Һин яраттың мине аҡыл менән.
Теүәл хисаптарҙа үлсәнгәнгә,
Бындай һөйөү ҡалай һалҡын икән!
Ташҡын кеүек һине шашып һөйҙөм,
Һәр тарафтан бәхет эҙләнем.
Һалҡын аҡыл менән яратҡанға,
Һин бер ни ҙә, ахыры, һиҙмәнең.
Һалҡын булды беҙҙең хушлашыуҙар,
“Ыһ!” тимәнең яңғыҙ ҡалғанда.
Уттар менән боҙҙар ҡасан әле
Бер-беренә һыйына алғандар?!
* * *
Уйлап ҡуйма мине түбән, тиеп,
Тиңләй күрмә мине бахырға:
Алдарыңда мин теҙләнәм, бары
Ҡул суғыңдан үбеп алырға...
Фәнзил САНЪЯРОВ.