Ҡуласалағы тейен07.12.2011
Бер һикерһәм,
Баш ҡояшҡа
Бәрелер төҫлө ине.
Һулаһам,
Күкрәк шартларҙай —
Рухым көслө ине.
Ерҙең үҙен күтәрерҙәй
Һымаҡ инем...
Эй, элек!..
Ауыр уйҙарымдан башым
Бөттө инде,
Эйелеп.
Шишмә һыуын эсһәм ятым,
Бүртер ине
Тамырым.
Кем уйлаған
Шул шишмәләр
Күҙҙәремдән
Тамырын...
Баҫты тамам донъя йөгө,
Ул баҫа бара
Һаман.
Ҡайҙа табан барамдыр ҙа,
Мин ҡайҙа табан
Сабам?!
Сабам... Сабам...
Һаман сабам,
Һамаҡлап яттар көйөн.
Ер — ҡуласа,
Ә мин йүләр —
Ҡуласалағы тейен...
Салауат Әбүзәров