Һындырып бәрҙем07.12.2011
* * *
(эс бошҡанда)
Һындырып бәрҙем
Ҡәләмде —
Бәхетем һәм
Бәләмде...
Етәр!.. Етәр!..
Суҡынып китһен!..
Арыным мин,
Арыным.
Ахры, тормош диңгеҙендә
Штормға
Тарыным.
Аҡыл —
Компас емерелде,
Йондоҙ балҡымай
Күктән.
Күңел елкәнемде күптән
Дауылдар
Йолҡоп киткән.
Тулҡын ыңғайына барам,
Ҡайҙа уң,
Ҡайҙа һулым?
Алда ла юл күрмәйем мин,
Арттан да ҡалмай
Юлым.
Ҡотолоу юҡ был диңгеҙҙән.
Ҡайҙа ҡарама —
Күбек.
Йөҙәм ҡоторған даръяла
Утрауһыҙ Робинзон
Кеүек.
Салауат Әбүзәров