Шиғриәт тулҡынында25.07.2012
Рамаҙан
Донъя буйлап йырлап киләм,
Йәнгә мең өмөт һыйған.
Йырҙарыма яҡты моң бир,
Бир, Хоҙай, беҙгә иман.
Ҡушымта:
Рамаҙан, Рамаҙан,
Ишетелә бер аҙан.
Рамаҙан, Рамаҙан,
Ҡайтты беҙгә яңынан.
Тыуған яҡтан гүзәл ер юҡ,
Илен кем һөйөп туйған?
Ватаныма именлек бир,
Бир, Хоҙай, беҙгә иман.
Ҡушымта.
Таңдар атты, ай ҙа батты,
Уян һин, халҡым, уян!
Халҡыма тел, хөрриәт бир,
Бир, Хоҙай, беҙгә иман.
Ҡушымта:
Рамаҙан, Рамаҙан,
Ишетелә бер аҙан.
Рамаҙан, Рамаҙан,
Ҡайтты беҙгә яңынан.
Аҡ пароход
Иҙел буйлап аҡ пароход килә.
Иркәм, миңә аҡ бәхеттәр телә.
Аҡ пароход яңғыҙҙарҙы табыштыра,
Аҡ пароход йөрәктәрҙе ҡауыштыра.
Шатлыҡ тейәп аҡ пароход килә.
Бөтә донъя бөгөн уйнай-көлә.
Аҡ пароход һағыштарҙы
тараттыра,
Аҡ пароход мәңгелеккә
яраттыра.
Талғын ғына аҡ пароход килә,
Аҡсарлаҡтар йырлай беҙҙең көйгә.
Аҡ пароход өндәшә йыраҡ
ил гиҙергә,
Аҡ пароход бара диңгеҙҙәргә.
Тулҡын ярып аҡ пароход килә.
Серҙәреңде тулҡындарға һөйлә.
Аҡ пароход аҡ хыялдар бүләк итә,
Аҡ пароход аҡ бәхеткә илтә.
Тулҡын
Сөм-ҡара ҡарлуғастары,
Гонаһһыҙ ине яры.
Ник шунда ғына ҡалманы,
Ник тулҡын китте ары?
Тарһынып яҙмыш ярҙарын,
Ул диңгеҙгә юл алды.
Тау-тулҡындар араһына
Инеп күҙҙән юғалды.
Күҙ йәшле аҡсарлаҡтары...
Күренмәй инде яры...
Зәңгәр күк һәм зәңгәр диңгеҙ,
Йондоҙҙар бында бары.
Бар ине гөлдәр, талдары...
Ник китте икән ары?
Йылға ярын һағынып илай
Диңгеҙҙең тулҡындары.
Бер алманы бишкә бүләйек
Баҡсаларҙан былбыл ҡасһа,
Көҙҙәр тейһә алмағасҡа,
Ҡайғы төшһә беҙҙең башҡа, —
Бер ҡайғыны бишкә, әй, бүләйек.
Ҡыш аҡлығы гөлгә күскән,
Алмағастар ҡояш эскән,
Күңелдәргә шатлыҡ күскән, —
Бер шатлыҡты бишкә, әй, бүләйек.
Шатлыҡ килде, ҡайғы төштө...
Бәхеттәр һуң кем өлөшө?!
Бәхет булып алма беште, —
Бер алманы бишкә, әй, бүләйек.
Иҙелем аҡсарлағы
Аҡсарлаҡ ҡанат ҡаға.
Иҙел тын ғына аға.
Аҡсарлаҡтай аҡ ҡалам
Ҡарай йылғаға.
Үткән йылдар, быуаттар,
Ҡағылған уҫал осорҙар,
Аҡсарлаҡтар илауылай
Ул йырҙар.
Ҡушымта:
Йырлайым боронғо йырҙар,
Йырымдың юҡ аҙағы.
Ул йырҙарҙа быуаттарҙың
Ғазабы.
Ҡышты ҡыуып илемдән,
Ҡош килтерә яҙҙарҙы.
Һин — Иҙелем аҡсарлағы,
Ҡазаным!
Аҡсарлаҡ ҡанат ҡаға.
Иҙелем ярһып аға.
Аҡсарлаҡтай аҡ ҡалам
Керә йырҙарға.
Аҡлығын ул, сафлығын
Алды яуҙарҙа даулап.
Иҙелемдә уйнап оса
Аҡсарлаҡ.
Ҡушымта:
Йырлайым боронғо йырҙар,
Йырымдың юҡ аҙағы.
Ул йырҙарҙа быуаттарҙың
Ғазабы.
Ҡышты ҡыуып илемдән,
Ҡош килтерә яҙҙарҙы.
Һин — Иҙелем аҡсарлағы,
Ҡазаным!
* * *
...Эйе, минең көслө рухымдан
ер үә күктәр ҡалтырар.
Һ. Таҡташ
Илай-илай, һуғыша-һуғыша ерҙә
Аҡыл күпме яуап эҙләгән...
Йә донъяны үҙгәртәм мин бөгөн,
Йә булмаһа үҙем үҙгәрәм.
Аңламайҙар, елде зәңгәр, тиһәң,
Тормошобоҙ — һабантуй, тиһәң,
Һәр нәмәгә минең үҙ атамам:
Айҙы Ҡояш тием, теләһәм.
Сәскәләргә үҙ исемем бирәм,
Мең тереләм көнгә, мең үләм.
...Үлем менән яғалашҡанда ла
Аҡты ҡара тип һөйләмәм.
Дуҫтар юҡта ысын
дуҫлыҡты маҡтайым.
Был донъяла йәшәү — мең рәхәт!
Аҙашыпмы, ҡайһы саҡ килеп сыға
Беҙҙең йөрәккә лә мөхәббәт.
Ҡайһы саҡ яңылыш уңды,
һулды бутайым,
Булғылай ҙа инде, булғылай...
Кешеләрҙән гел яҡшылыҡ теләйем,
Мин хыялый буғай, хыялый.
Хаҡһыҙлыҡта күреп ярһыйым,
шашам,
Матурлыҡты күреп теҙләнәм.
Йә донъяны үҙгәртәм мин бөгөн,
Йә булмаһа үҙем үҙгәрәм.
Рәзил ВӘЛИЕВ.