Сүллек
07.12.2011
Тормош — сүллек.
Ҡом да ҡом...
Һыу бирегеҙ
Бер йотом!
Һыу итеп мин
Йотор инем
Кешенең
Һөйөү утын.
Мөхәббәткә
Сарсаным мин,
Бирегеҙ
Бер аҙ ғына!
Беләм,
Әҙәмдәге һөйөү
Бары тик
Мираж ғына...
Салауат Әбүзәров
Вернуться назад