Моңло тауыш — кешенең ҙур байлығы. Ошондай оло һәләткә эйә булған яҡташыбыҙ Хәбир Ғәлимов — башҡорт халҡының мәшһүр йырсыһы, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, башҡорт опера сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Композиторҙар ижад иткән һәм халыҡ йырҙарын иҫ киткес оҫта башҡарыуы менән тамашасыларҙың һөйөүен яулаған. Сәхнәгә тәү башлап сығыуы менән үҙен оҫта башҡарыусы итеп күрһәткән ул.
Оҙон ижади ғүмер кисергән моң эйәһе Хәбир Ғәлимовтың талантын баһаламаған кеше юҡтыр. Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Мәсәлим Вәлиев, Таһир Кәримов, Рәүеф Мортазин кеүек композиторҙар үҙҙәре ижад иткән йырҙарҙы нәҡ беҙҙең яҡташыбыҙ башҡарыуында ишетергә теләгән.
СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилев “Салауат Юлаев” операһын яҙғас та, Салауат партияһын Хәбир Ғәлимовтың башҡарыуын һораған, сөнки уның буй-һыны милли батырыбыҙҙы хәтерләтә.
Хәбир Ғәлимов үҙенең моңло тауышын ғүмер буйы халҡына еткерҙе. Яҡташы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов йырсының 60 йәшлек юбилейы уңайынан уға арнап шиғыр яҙа:
“Ҡанатынан яҙҙы түгә буғай —
Яҙға ҡойона бар ялан-туғай.
Түгелдер был, ахыры,
һабантурғай,
Хәбир ағайым, ахыры, шулай
йырлай”.
Шағир әйтмешләй, арыу-талыуҙы белмәҫ һабантурғай кеүек йыр менән ҡанатланған Хәбир Ғәлимов. Ул ҡалдырған рухи ҡомартҡы халҡыбыҙҙың йыр сәнғәте тарихында хаҡлы урын алды.
Фәғилә ЗИННӘТУЛЛИНА.
Салауат районы,
Лағыр ауылы.