Үзбәк мәҙәниәт йортонда Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы ағзалары һәм “Табын” гәзите хеҙмәткәрҙәре менән йәнле осрашыу булып үтте.
Мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәренең моңло, дәртле бейеүҙәрен ҡарағандан һуң осрашыуға килеүселәр шиғриәт тулҡынында йөҙҙө. Тәүге һүҙ ойошманың әҙәби консультанты Асия Басироваға бирелде. Уны үзбәктәр һәүәҫкәр композитор, ауылдаштары Рәмил Ғимраниҙың байтаҡ йыр һүҙҙәренең авторы тип тә белә.
— Осрашыуҙың маҡсаты — халыҡты ижадыбыҙ, ҡәләмдәштәребеҙ менән таныштырыу ғына түгел, яңы таланттарҙы табыу, асыу, уларҙы артабан үҫтерергә булышлыҡ итеү, — тине ул. — Һеҙҙең арала ла таланттар, ижади кешеләр барҙыр. Ғөмүмән, Ғафури, шул иҫәптән һеҙҙең ауыл, таланттарға бай. Киң билдәлелек яулаған Рәмил Ғимрани үҙе генә ни тора, — тине Асия ханым һәм йыйылыусыларға үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Рәйлә Нәҙерғолова — күрше Байымбәт ауылынан. Яҡташтары уның “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Табын” гәзиттәрендә сыҡҡан һәр әҫәрен ҡыҙыҡһынып уҡый. Стәрлетамаҡта йәшәгән апай — китаптар авторы, әле лә илһамланып ижад итә.
— Тыуған яғын ҡәҙерләгән, данлаған кешеләргә мин һәр ваҡыт рәхмәтле булып йәшәйем, — тине Рәйлә Барый ҡыҙы һәм “Ауылдаштарға”, “Атайым” тигән шиғри күстәнәстәренән “ауыҙ иттерҙе”.
Яҡташыбыҙ Кәрим Булат халыҡҡа шиғырҙарын уҡып ҡына ҡалманы, “Ағиҙел” журналына, “Башҡортостан” гәзитенә яҙылырға ла өндәне.
— Гәзит-журналдарға яҙылмай, уҡымай йәшәп булмай. Мин кесе йәштән гәзит уҡыным, шунлыҡтан шиғриәткә тартылдым, — тине Яугилде ауылы уҙаманы.
Тағы ла бер шағирҙың, күрше Ауырғазы районының Солтанморат ауылында тыуып үҫкән Рәсим Рәхмәтуллиндың, шиғырҙарын олоһо ла, кесеһе лә яратып тыңланы, көслө алҡышҡа күмде.
Фәрғәт Ғәлин иһә ауылдаштарына яңы ғына ижад иткән “Шишмә” шиғырын уҡып ишеттерҙе. “Табын” гәзите мөхәррире Мәрхәбә Собханғолова осрашыуҙың әһәмиәтен билдәләп үтте, 2012 йылдың икенсе яртыһына гәзиткә яҙылыу барышы менән таныштырҙы.
— Бөгөнгө көндә Үзбәк ауылында райондың “Табын” гәзитенә бер генә кеше яҙылған. Был беҙҙе борсомай ҡалманы һәм һеҙҙең янға үҙебеҙ килеп еттек. Быға почта бүлексәһенең байтаҡ ваҡыт бикле тороуы ла “үҙ өлөшөн” индерҙе, әлбиттә. Ниһайәт, эшләрлек кеше табылған һәм ул һынатмаҫ, халыҡ менән уртаҡ тел табып, үҙ-ара килешеп эшләр, тип өмөтләнәйек. Ә был осрашыуға килгәндә, урындарға сығып, гәзит уҡыусылар менән ошолай күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү ыңғай һөҙөмтә бирә. Һеҙҙең һәр фекерегеҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ беҙҙең өсөн бик мөһим, — тине Мәрхәбә Мырҙаян ҡыҙы, йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Венера Шәрипова яҙғы-йәйге осорҙа “Баҡсасыға кәңәштәр” рубрикаһы менән төрлө материалдар баҫтырыуҙы һораны, районыбыҙға исем биргән халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың әҫәрҙәренән өҙөктәр биреп барырға тәҡдим итте.
Ауыл аҡһаҡалы Биктимер Шәрипов муниципаль район Советы ҡарарҙарының урыҫ телендә һәм бик ваҡ хәрефтәр менән бирелеүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
Осрашыу башланырҙан алда “Табын” гәзитенә яҙылғандар араһында бүләктәр уйнатылды. Викторина һорауына иң күп яуап биргән уҡытыусы Флүрә Ғәзизова ла бүләкһеҙ ҡалманы.
Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айҙар Ғәйнуллин килгән ҡунаҡтарға рәхмәт әйтеп, почта эшенең артабан яйға һалыныуын теләне. “Беҙҙең ауыл халҡы элек-электән төрлө баҫмаларға ихлас яҙылды, артабан да һынатмаҫбыҙ, почтальондар ғына тырышып эшләһен”, — тине ул.
Район мәҙәниәт һарайы артистары Илмира Абсаттарованың, Гөлфирә Бәшированың һәм Үзбәк мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәренең моңло, дәртле йырҙары сараға биҙәк өҫтәне.
Гөлсиә КӘРИМОВА.
Ғафури районы.