Йондоҙ сәскә, йәки Бер әҫәр хаҡында уйланыу24.07.2012
Һәр бер көтөлмәгәнлек законлы, осраҡлылыҡ тормошсан булған кеүек, һәр бер шартлылыҡтың нигеҙе булалыр. Повестағы төп ваҡиғаны ошо принцип аша ҡарағанда, тәүҙә беҙ унда, нисектер, шәхес культы осоронда һис бер ғәйебе булмаған кешеләрҙең НКВД тарафынан ҡулға алыныуына шаһит булғандайбыҙ. Әммә ваҡиғаларҙың хәҙерге көндә барыуы был иллюзияны шунда уҡ юҡҡа сығара. Етмәһә, Рәүефте, киноларҙа күрһәтелеүенсә, тимер ишектәрҙең йоҙаҡтарын шығырҙатып асып, кутузкаға алып барып бикләмәйҙәр, ә әҙме-күпме йәшәрлек өйгә бер үҙен бикләп, ҡалдырып китәләр. Инеп барғанда уның ҡарашы көҙгө һыуыҡта бирешмәй балҡып ултырған йондоҙ сәскәлә туҡтала. Туҡта, беҙ нәҡ ошо урында ябай ысынбарлыҡтан айырыла башлайбыҙ түгелме? Ысынбарлыҡтан айырылабыҙ һәм символдар донъяһына инәбеҙ. Юҡ, ҡатмарлы метаморфозалар, фантастик элементтар аша түгел, ә иң ябай көнкүреш ваҡиғалары, буяуҙары уңған мебель кеүек тормош ваҡлыҡтары аша. Һәр хәлдә, йорт янында үҫкән сәскә әҫәрҙе ике өлөшкә бүлә лә инде. “Йондоҙ сәскә” символы ошо урында асыла, йәғни әҫәрҙәге ваҡиғалар икенсе планетала (йондоҙ — планетаның, күк есеменең синонимы), икенсе йышлыҡта, параллель донъяла бара. Тик ул урын икенсе планета, икенсе йышлыҡ, икенсе параллель донъя ғынамы икән?
“Мөғжизәгә ышаныуҙан туҡтаған кеше — үле кеше”, — тигән Эйнштейн. Сәскәне күреү Рәүефтең күңелендә өмөт уята. Ҡасырға тырышып ҡарай, әммә уны тоталар. Ул һаман да үҙен бер ғәйепһеҙгә ҡулға алып, килтереп ябыуҙарын хакимдар аңлар һәм мотлаҡ өйөмә әйләнеп ҡайтасаҡмын, тип хыяллана башлай. Шулай йәшәп ятҡанында ул икенсе бер мөғжизәле хәл-күренешкә юлыға: янына үҙе һымаҡ уҡ яҙмышлы Рәүфә исемле йәш һылыу ҡатынды ҡалдырып китәләр. Тәүҙә улар бер үк яҙмышты уртаҡлашҡан өйҙәш кенә булып йәшәй ҙә аҙаҡ бер түшәккә ята. Дөрөҫөрәге, үҙҙәренең тәбиғи теләктәрен үтәйҙәр. “Килтереп япмаһалар, ғүмер буйы бының (енси яҡынлыҡтың) ниндәй ләззәт икәнен белмәҫ инем”, — тип уйлай Рәүфә. Ул, баҡтиһәң, өс йыл кейәүҙә булһа ла, ауырға ҡала алмаған һәм Рәүеф менән яҡынлыҡтан һуң ауырға ҡала.
Хәҙер шундай һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ: бер-береһенә бөтөнләй ят булған ир менән ҡатынды ошо йортта ни өсөн осраштыра, уларҙы бер түшәккә ятҡыра һуң яҙыусы? Әҫәрҙе уйламағанса ҡыҙыҡлы, ир менән ҡатындың яҡынлыҡ мөнәсәбәтен серле итер өсөн генәме? Бының өсөн 37-се йылды иҫкә төшөрөү кәрәкме? Ә бит бында, асылда, һәр бер ир-ат өсөн танһыҡ ҡатын-ҡыҙ тәнен татыу теләге тормошҡа ашырыла. Бындай теләк һәр ир-ат булмышының аңына бәйле булмаған өлөшөндә — тәбиғәтендә. Бер ҡатын менән йәшәгән ир был турала оҙаҡ ваҡыт хыяллана (хыялланмай икән, был кәрһеҙлеккә ишара), ә психологтар, ҡырҡ тапҡыр уйлаған уй аҫҡы аңға һеңә, ти. Шул уҡ ваҡытта әгәр ҙә, башта әйткәнемсә, инҡилапсылар кеше күңеленән динде ҡурҡытып сығармаһа, әгәр ҙә мосолман өммәтенән булған Рәүефтең, әйтәйек, кәмендә дүрт ҡатыны булһа, уның аҫҡы аңында ҡатын-ҡыҙ танһыҡлығы хаҡында мәғлүмәт ятыр инеме икән? Тимәк, Рәүефтең ошо йортҡа килеп Рәүфә менән осрашыуы осраҡлы түгел, уны бында аҫҡы аңы килтергән. Ә Рәүфәгә килгәндә, һәр ҡатын-ҡыҙҙың бар булмышында, аҫҡы һәм юғары аңында бер генә тойғо — бала йәшәй һәм уны ла был йортҡа аҫҡы аңындағы әсә булыу хыялы, дөрөҫөрәге, әсә булмай ҡалыуҙан ҡурҡыу тойғоһо алып килә. Етмәһә, уның Рәүефтән тыуған балаһын яҙҙыртҡанда ла мәшәҡәте юҡ: сөнки уның хәләл ире лә Рәүеф. Ир менән ҡатындың ни өсөн ошо йортта ошо рәүешле килеп осрашыуын аңлатыр өсөн башҡа дәлил таба алманым. Кем белә, бәлки, әҫәрҙе яҙыусы ла уны таба алмағандыр, үҙенең аҫҡы аңындағын ҡағыҙға төшөргәндер?
Психологтар, кеше ҡабул иткән мәғлүмәт, әгәр ҙә ул образ, кинәйә менән кеше аңына уйылмаһа, ике сәғәттән һуң юйыла, онотола башлай, тиҙәр. Ә юйылмай аңға һеңгәне ҡырҡ көндән һуң аҫҡы аңда урын ала. Әмир Әминевтең повесындағы күп һандағы символдарҙы аҫҡы аңдағы образдар, кинәйәләр тип әйтергә булалыр. Йорт янында үҫеп ултырған йондоҙ сәскәне бер малай килеп ергә һеңдергәнсе тапап китә, йәғни ошо мәлдән алып ир менән ҡатындың ҡотолоу өмөтө юҡҡа сыға, йәғни улар ошо йышлыҡта, ошо планетала, ошо параллель донъяла, аҫҡы аңда тороп ҡала. Рәүеф һәр ваҡыт йорт эсендә осоп йөрөгән себенде күҙәтергә ярата. Себен тышҡа сыға алмай, йәғни бындай системала хатта себендең себене ҡол хәлендә. Телевизор — яҡшы тормош хаҡындағы иллюзиялар ҡумтаһы, унан бер туҡтауһыҙ концерт бара. Ир менән ҡатын, ҡасырға юл эҙләп, баҙ аҫтын ҡаҙырға тотона һәм йорттоң шау һөйәктә, кеше һөйәгендә ултырыуын белә. Был Лев Толстойҙың “Кеше бәхетһеҙлегендә үҙ бәхетеңде төҙөп булмай” тигән фекерен иҫкә төшөрә. Әлеге осраҡта “Ҡәберлек өҫтөндә бәхетле ил төҙөп булмай” тип әйтергә була. Американы киләсәктә көтәсәк һәләкәт индеецтар һөйәге өҫтөндә империя төҙөүгә бәйле, тиҙәр...
Әҫәрҙең аҙағында ҡапыл һаҡсылар юҡҡа сыға, йоҙаҡтар үҙенән-үҙе асыла, әммә ир менән ҡатын был урындан китер өсөн нисек кенә тырышып ҡарамаһын, һуңынан барыбер шул уҡ йортҡа әйләнеп ҡайтырға мәжбүр була. Үҙлегеңдән, үҙ-үҙеңдән, асылыңдан ҡасып булмай, аҫҡы аңыңа атеизм ҡотһоҙлоғо, йәлләдтән ҡурҡыу тойғоһо менән һеңдерелгән халәтең һине башҡалар көсләп таҡҡан ысынбарлыҡ менән йәшәргә мәжбүр итә. Ҡыҫҡаһы, аҫҡы аңыңа йылдар буйы нимә һеңдерелһә, һин шунан бер ҡайҙа ла китә алмайһың. Бына ошондай һығымта яһарға була Рәүеф менән Рәүфәнең ошо йортта тороп ҡалырға мәжбүр булыуынан. Был хәл оҙаҡ ваҡыт ситлеккә ултыртылған ҡошсоҡтоң яҙмышын хәтерләтә. Ҡошсоҡто ситлектә тоталар, үлмәҫлек кенә ризыҡ биреп торалар һәм күпмелер ваҡыт үткәндән һуң ситлектең ҡапҡасын асып ҡуялар. Ҡошсоҡ, билдәле, иреккә юлдың асылыуын тойоп осоп сығып китә лә бер аҙҙан кире ситлек эсенә әйләнеп ҡайта, сөнки уға аслыҡҡа дусар иткән азатлыҡ кәрәкмәй, сөнки ул ситлек эсендә ултырған саҡта үҙе ем табып туҡланыу һәләтен онота. Башҡорт кешеһенең хәтерендә, аҫҡы аңында атай-олатайҙарының данлы үткәне менән ғорурланыу тойғоһо йәшәй. Рәүеф менән Рәүфә лә бер төндә тәҙрә аша күмәк халыҡ ағылғанын, улар араһында уҡ-һаҙаҡлы башҡорт яугирҙәрен күрә. Был хәлде улар 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында фильм төшөрөүселәрҙең хәрәкәте итеп ҡабул итә. Тағы ла бер аҙҙан улар Пугачев яуы баҫтырылғандан һуң Салауат менән атаһы Юлайға батша карателдәре тарафынан ҡамсы һуҡтырыуҙарға шаһит була. Был деталдәр ҙә повесҡа осраҡлы рәүештә килеп инмәгән.
Әлеге лә баяғы, ҡурҡыу тойғоһо. Әгәр ҙә ошо тойғо булмаһа, әҙәм балаһы дөрөҫ итеп йәшәй алмай ҙа торғандыр. Тик нимәнән ҡурҡаһың бит әле — хикмәт шунда. Япондар, мәҫәлән, үҙҙәрен меңәр йыл буйы ҡурҡып йәшәргә мәжбүр иткән хакимдарҙың, самурайҙарҙың һынын ҡурсаҡ итеп эшләп, шуларҙы туҡмай, үҙҙәрен ҡурҡып йәшәргә мәжбүр иткән сәбәптәрҙе махсус тәрилкәләргә яҙып, шуларҙы вата икән. Әйткәндәй, шул уҡ япондар кешенең аҫҡы аңында яҙылған мәғлүмәтте монитор экранында сағылдыра торған компьютер уйлап тапҡан, тағы ла 10–15 йылдан улар аҫҡы аңда яҙылған мәғлүмәтте уҡый ҙа аласаҡ. Яҙыусы Әмир Әминев иһә был мәғлүмәтте повесть итеп бәйән иткән.
(Аҙағы. Башы 139-сы һанда).
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.


Вернуться назад