Башҡорт ерендәге ҡылғанлы дала, бары тик был яҡтарҙа ғына үҫкән әрем, матур Ырғыҙ буйҙары... Һәҙиә Дәүләтшина, Ғөбәй Дәүләтшин, Рәшит Ниғмәтиҙәр ижады аша таныш беҙгә был күренештәр. Бына күпме арҙаҡлы шәхестәрҙе биргән башҡорт әҙәбиәтенә Һамар ере!
Бында илленән ашыу милләт вәкиле — урыҫ, башҡорт, татар, украин, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ һәм башҡа халыҡтар үҙ-ара татыу йәшәй. Оло Чернигов районында һигеҙ башҡорт ауылы иҫәпләнә. Ырғыҙ, Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Хәсән ауылдарын үҙ эсенә алған Украинка ауыл биләмәһенең яртыһын башҡорттар тәшкил итә. Шуға күрә, әсә теле булараҡ, мәктәптәрҙә башҡорт теле өйрәнелә.
Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы уҙғарған йыйында Башҡортостан Республикаһы исеменән ҡатнашҡан Дүртөйлө районы вәкилдәре башта Украинка дөйөм белем биреү мәктәбендә булды.
Башҡортостандан йыраҡта йәшәһәләр ҙә, үҙ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен, телен һаҡлап ҡалған улар. Күркәм йолаларҙы йәштәргә еткереү, туғанлыҡ ептәрен нығытыу маҡсатында бай тарихлы Ҡыпсаҡ ауылында йыйын уҙғарыу хәҙер матур ғәҙәткә әйләнеп бара. Быйыл ул туғыҙынсы тапҡыр ойошторолдо. Йыйында ҡатнашыусыларҙы дүртөйлөләр ҡорған тирмәләр ҡыҙыҡһындырҙы. Уның береһендә — тарихи ҡомартҡылар, икенсеһендә — табын ҡоролған өҫтәлдәр. Ә тирмәләрҙе ата-бабаларыбыҙҙың көнкүрешен, төрлө шөғөлдәрен сағылдырған күргәҙмәләр уратып алған. Районыбыҙ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлшат Хөсәйенова ҡунаҡтарҙы бик бай мәғлүмәт менән таныштырҙы. Башҡорт теле уҡытыусыһы Мәүлимә Мөфтиева, Альбина Сәйетова, Ғәлимә Камалова көнкүреш кәрәк-ярағының нисек эшләнеүе, умартасылыҡ, солоҡсолоҡ, ҡымыҙ әҙерләү серҙәре менән таныштырҙы.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре балаға исем ҡушыу йолаһын сәхнәләштерҙе. Яңы донъяға килгән сабыйға Һәҙиә тип исем ҡушыу — ҡайһылай һөйөнөс!
Йырлы-моңло байрамға әйләнде йыйын. Кемдер уйындарҙа ҡатнашып бүләк алды, теләгәндәр концерт ҡарап ял итте. Ауыл янындағы ялан ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә ине. Тирмә янында ҡайнашҡан ашнаҡсылар Фирүзә Шәмғүнова, Гөлсинә Әбүбәкерова бишбармаҡ бешереү серҙәрен өйрәтте. Был яҡтарҙа уны ҡунаҡ һыйы тип атайҙар икән.
Ғөмүмән алғанда, йыйындан йәше лә, ҡарты ла бик ҡәнәғәт ҡалды. Милләттәштәр менән аралашыуҙа сиктәр беҙгә кәртә түгел.
Зөлфиә ЗӘКӘРИНА.
Дүртөйлө районы.