Салауаттың шиғырҙары — эстон телендә24.07.2012
Салауаттың шиғырҙары — эстон телендәТөрлө сәбәп арҡаһында Башҡортостандан ситтә төйәкләнгән яҡташтарыбыҙ бихисап. Шундайҙарҙың береһе — Эстониялағы “Ағиҙел” башҡорт мәҙәниәте йәмғиәтенең етәксеһе, уҡытыусы Флүзә ханым Хәйруллина.

Бала саҡтан әҙәбиәткә ғашиҡ ҡыҙ йөрәген наҙлаған хистәрен, тәбиғәткә, ғәзиз әсәһенә, тыуған ауылына булған һөйөүен аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә. Яҙғандарын ул саҡтағы “Башҡортостан пионеры” (хәҙер “Йәншишмә”) гәзитендә, “Пионер” (“Аманат”) журналына ебәргеләп тора, күптәре баҫылып та сыға.
Мәктәпте тамамлағас, “Башҡортостан пионеры” гәзитенең баш мөхәррире Сафуан Әлибаевтың кәңәшен тотоп, Ҡазан университетының журналистика факультетына уҡырға инә, ләкин юғары уҡыу йортон тамамлағас, тыуған илендә эшләргә насип булмай. Ирен, моряк булараҡ, Эстонияның диңгеҙ пароходствоһына эшкә ебәрәләр. Салауаттың шиғырҙары — эстон телендәБер-бер артлы балалары Эльвира менән Илнур тыуа. Үкенескә ҡаршы, 16 йыл элек Флүзә ханымдың ире хәбәрһеҙ юғала, ике баланы бер үҙенә аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Ҡыҙы Эльвира Оксфордта колледж тамамлаған, әле шунда уҡ университетта уҡып йөрөй. Улы гуманитар гимназияның туғыҙынсы класында белем ала.
Флүзә Хәйруллинаның фатирында башҡорт рухы хөкөм һөрә. Хатта улын ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү маҡсатында Башҡортостандан милли уйын ҡоралыбыҙҙы алып ҡайтҡан. Үҙе иһә баянда уйнап йырлап ебәрһә, артистарың ары торһон! Шуға ла Эстониялағы башҡорт һәм татар байрамдары уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй, хатта башҡорт телендә спектаклдәр ҙә ҡуйғаны бар. Ә инде халҡыбыҙҙың данлы улы Салауат Юлаевтың һуңғы “төйәге”ндә йәшәгән рухлы башҡорт ҡатыны батыр тураһында онотамы һуң! “Эстонияның Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйылған. Ләкин халыҡ, бигерәк тә йәштәр, был һәйкәлдең ни өсөн ҡуйылғанын белеп бөтмәй. Мин ҡыҙыҡһыныусыларға батырыбыҙ хаҡында һөйләйем һәм эстон телендә Салауат Юлаевҡа арналған, уның шиғырҙары тупланған китап сығарырға хыялланам”, — ти Флүзә ханым.
Уның был ниәте бойомға аша башлаған да инде. Эстон шағирҙары Ли Сеппел һәм Андрес Ехин менән танышып, уларҙан батырыбыҙҙың шиғырҙарын эстон теленә тәржемә итеүҙәрен һорай. Шулай итеп, быйыл милли батырыбыҙҙың тормошо һәм ижады тураһындағы китаптың донъя күреренә өмөт бар.
С. НӘЗИРОВ.


Вернуться назад