Һағыш бәхеттең артынан йөрөйҙөр ғүмер баҡый24.07.2012
Һағыш бәхеттең артынан йөрөйҙөр ғүмер баҡыйЗөфәр Вәлит

Һәләт булһа...

Бәхет менән тулһа ҡан тамыры,
Бәхетһеҙлек шашып аҡһа ла,
Хоҙай биргән һәләт әгәр булһа,
Шиғыр тыуа, йылан саҡһа ла...

Көсәнеүҙән тыумай шиғри юлдар,
Буш күңел ул һәр саҡ шығырҙай.
Йән әрнеүе менән ышаныстан
Тыуалыр ул тере шиғырҙар.

Ҡышҡы төндә

Йылы елдәр иҫкән саҡтарҙа
Ҡышҡы төндә, һалҡын ғинуарҙа
Мин ишетәм яҙҙар тауышын,
Ғүмеремдең көҙгә ауышын.

Заманымдың ҡырыҫ тауышы
Ишетелә ҡышҡы моңдарҙа.
Азатлыҡтың ҡырағайлығы
Күңелемдә зыңлай ҡылдарҙа.

Шундай саҡта шиғыр яңғырай,
Ә Азатлыҡ йән һәм ҡан һорай.
Һағыштарға унда урын юҡ,
Онотолоп йырлар йырым юҡ.

Халәтемде күреп, был төндөң
Елдәре лә тына бер мәлгә.
Кимерелгән күңел ҡанһырай,
Аптырайым үҙем был хәлгә.

Һигеҙенсе ҡаттан, тәҙ(е)рәнән
Ҡарайым да урам ташына,
“Икар кеүек әллә осорғамы?”
Тигән уйҙар килә башыма...

Һеҙҙең менән...

Сәләм һеҙгә,
ҡышҡы айлы кистәр,
Сәләм һеҙгә, ап-аҡ иртәләр!
Юлдарыбыҙ яҙға ҡаршы бара,
Юлдар бит ул ҡуймай кәртәләр.

Кәртә ҡуя бары ҡара көстәр,
Икеләнеү, яман хыялдар.
Алға әйҙәй бүре өйөрҙәре,
Арттан килә ҡурҡаҡ ҡуяндар...

Сәләм һеҙгә, күңеле матур ҡыҙҙар,
Сәләм һеҙгә, ҡыйыу егеттәр!
Һеҙҙең менән беҙҙең уй-хыядар,
Һеҙҙең менән яҡты өмөттәр.

Туған телем тигән йортобоҙҙа
Һеҙҙең менән йәшәү — бер бәхет,
Һеҙҙең менән көрәш майҙанында
Яулап алған һәр бер үр — тәхет!

Ташҡындары, дауылдары менән
Йөрәк ярып йылдар үтәләр.
Һеҙҙең менән балҡып килһә ине
Яңы йылдар, яңы иртәләр...

Ирек юлы


...Ирек һөйгән бүре юлы
Һәр саҡ ҡамаулы...
А. Ахматова

Ирек юлы эттәр менән
Һәр саҡ ҡамаулы.
Һәр боролош, һәр бер үре
Уның янаулы.

Бүре бүре булмаҫ ине,
Эттән ҡурҡһа.
Ул иректе яулап ала,
Алмай бурысҡа.

Уның көсө берҙәмлектә,
Яңғыҙ ҙа ҡыйыу.
Мөмкин түгел уның рухи
Бурысын тыйыу.

Ҡамалырын белһә лә, ул
Ынтыла алға.
Үҙ маҡсатына өлгәшмәй
Туҡтамаҫ ялға!

Ни булһа ла, бүре рухы
Булмаҫ ҡамаулы...
Рух үлемһеҙ! Ғүмер генә
Бары һанаулы.

Һағыш

Һағыш Бәхеттең артынан
Йөрөйҙөр ғүмер баҡый, —
Кисә ишек шаҡығайны,
Бөгөн тәҙ(е)рә шаҡый.

Мин дә аптырап тормайым,
Индерәм уны өйгә.
Йыр һуҙабыҙ икәүләшеп
Халыҡ сығарған көйгә...

Шуға ла, мин яңғыҙмын, тип
Уфтанмайым бер ҡасан.
Абынып йығылғанда ла,
Йылмайып тороп баҫам.

Бәхетем иҫерткәндә лә,
Һағышым иҫертмәне.
Ул, ахыры, бәхетемдең
Айнытҡыс кесерткәне.

***
Ауылда ла, Мәскәүҙә лә
Дөрөҫлөк табалманым.
Шуғалыр ҙа ул ерҙәрҙә
Йәшәргә ҡалалманым...

Күҙ күрмәгән, ишетмәгән
Хәйләләр ҡора-ҡора,
Ватаныбыҙ, ҡолас йәйеп,
Ел сәсеп, дауыл ура.

Быйылғы яҙ

Быйылғы яҙ
йоҡоларҙан яҙҙым.
Г. Ғиззәтуллина.

Быйылғы яҙ йоҡоларҙан яҙҙым,
Уйҙарымдан китәм уйылып,
Төн ҡараһын ярып, күңелемдең
Күҙ йәштәре балҡый ҡойолоп.

Яҙҙың хуш еҫтәре,
ҡоштар йыры
Өҙә инде, өҙә үҙәкте...
Кешеләрҙең туйып һикереүе
Донъябыҙҙы кинәт үҙгәртте:

Йырағайҙы кеше аралары,
Бикләнделәр йорттар йоҙаҡҡа.
Ҡайҙа байлыҡ, шунда
хәйерселек,
Әйләнделәр күптәр буйҙаҡҡа.

Был заманды илтеп
ҡушыр инем
Һуғыштан һуң тыуған заманға.
Уның тын алышы күптәр өсөн
Тура килер ине таманға...

Сирткән саҡта күңел
ҡылдарымды
Замананың ҡара көстәре,
Моңло йырҙар ағылыуын күреп,
Күптәренең китә иҫтәре.

Сөнки мине үҫтереүсе заман
Йәшәүемә булып терәк тә,
Атай-олатайҙар рухы менән
Йәшәй әле һаман йөрәктә!

Был — минең...

Һине ҡосағыма алһам,
Мин ул — мин түгел,
Ҡиблаға балҡып оса бит
Ыласын-күңел.
Был халәтте аңлаталмай
Тыпырсый йәнем.
Был — минең иң бәхетле һәм
Бәхетһеҙ мәлем!..


Вернуться назад