Ер ҡөҙрәте07.12.2011
Ҡеүәтле ир шикелле Ер, —
Тәненән боҫ бөркә.
Көсәнеүҙән йылға-күлдәр —
Ҡан тамыры бүртә.

Йырғанаҡтар булып аға
Ер шарының тире.
Һөжүм итеп ҡарай ҙа Ҡыш
Һәм сигенә кире.

Йыһан һарайында көлә Ҡояш,
Белә — Ере еңер.
Яҙһылыу Ир-Ерҙе ҡотлап,
Сәскәләргә күмер.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад