Ҡара йөҙҙәр07.12.2011
Мин донъяны һөйҙөм.
Ул да миңә
Ғашиҡ ине шашып.
Уянғанда,
Бергә уяндыҡ та,
Яттыҡ ҡосаҡлашып.
Ә бер төндә
Намыҫ ҡапҡаһына
Буянылар дегет.
Таҡмаҡтарын
Һамаҡланы улар,
Мине һүгеп-һүгеп.
Һәм ғиффәтле
Күңел йөҙҙәренә
Ҡара ҡором буяп,
Ғибрәт булһын, тиеп,
Йөрөттөләр
Уны урам буйлап.
...Йәнем мыҫҡылланды.
Тәнем генә
Бөтөн әле, имен.
Юҡ, шәриғәт түгел,
Шиғриәттең
Бер ҡорбаны инем...
Салауат Әбүзәров