Алтын балыҡ07.12.2011
(Замана әкиәте)
Егет инем. Беләктәрҙә
Һиҙәм көстөң ташҡанын.
Ажар тормош диңгеҙенә
Мин ауымды ташланым.
Берәүҙәр баҡты көнләшеп,
Берәүҙәр — хайран ҡалып:
Һөйрәп сығарған ауыма
Эләкте алтын балыҡ.
Теләгемме?.. Иң беренсе
Әсәй әйтте теләген:
"Кәртә-ҡура ауып бара,
Улым, үҙең беләһең..."
Әсәй әйткән теләк — закон,
Йүнәлде кәртә-ҡура.
Бер яҡтан ҡатын ҡысҡыра:
"Өй иҫке, кәрәк бура..."
Ҡатын һүҙен йығып булмай, —
Өйөбөҙ ялтлап тора.
Сиратҡа баҫҡан балалар:
"Атай, миңә лә һора..."
...Шул уҡ диңгеҙ һәм шул уҡ яр,
Йөрәктә — тәүге теләк.
Тик бына ғәйрәт самалы,
Нескәрә төшкән беләк...
Салауат Әбүзәров