Яратҡан эш – ҙур бәхет19.07.2012
Яратҡан  эш – ҙур бәхет“Беҙ — үҙ хәбәрсеһе киләсәктең!” — тигән журналист хеҙмәте тураһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов. Бер аҙым алда барып, замандаштарына киләһе көндөң һулышын еткергән, яңы көс, ышаныс өҫтәгән һөнәр эйәләре һәр осорҙа ла йәмғиәттең иң кәрәкле өлөшө булған.

Әле лә, интернет ни ҡәҙәр конкуренция тыуҙырмаһын, баҫма матбуғат хеҙмәткәрҙәре алғы сафта атлай. Ни тиһәң дә, ташҡа баҫылғанға халыҡтың ышанысы ныҡлы — быуаттар дауамында һыналған. Гәзит-журналдың ҡиммәте төшмәүендә, әлбиттә, унда арымай-талмай хеҙмәт итеүселәрҙең дә роле баһалап бөткөһөҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төп бурысын кешеләрҙе яҙа баҫыуҙан һаҡлауҙа, күңелен үҫтереүҙә, алға ынтылыш һалыуҙа күргән, рухи аҙыҡ өләшкән һөнәр эйәләре үҙҙәре күп осраҡта “шаршау артында” ҡала. Уларҙың хеҙмәте лә тейешле кимәлдә баһаланып бөтмәй. Шулай ҙа һайлаған юлыңа тоғролоҡ, фиҙаҡәрлек үҙ кинәнесен татытмай ҡалмай. Күптән түгел үткән тантанала тап ошоноң шаһиты булдыҡ.
Күркәм байрамда республиканың матбуғат һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов гәзит-журнал редакцияларының, почта бүлексәләренең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә, элемтәселәргә дәүләт һәм ведомство наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәренең дә булыуына ҙур ҡыуаныс кисерҙек. Редакцияның маркетинг һәм матбуғатты таратыу бүлеге хәбәрсеһе Нажиә Дауытова менән компьютерҙа версткалау инженеры Флүрә Ғәниева күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн Башҡортостандың Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
— Яратҡан эшеңдең һөҙөмтәһен күреү — ҙур бәхет, — тип шатлығы менән уртаҡлашты хөрмәтле хеҙмәттәштәребеҙ. — Республика кимәлендәге награда эшебеҙгә һөйөүҙе арттырҙы, дәрт өҫтәне, яңы үрҙәргә ҡанат ҡуйҙы.
Ошондай уҡ грамота “Стәрлебаш шишмәләре” нәшриәте етәксеһе Мансаф Ғәниевкә, “ИТАР -ТАСС” мәғлүмәт агентлығының Башҡортостандағы бүлексәһе хәбәрсеһе Камил Шаһвәлиевкә, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенән Тәслимә Вәлиеваға, Ишембай, Белорет, Бәләбәй, Туймазы элемтә бүлексәләре хеҙмәткәрҙәренә бирелде.
Ун кеше Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Маҡтау грамотаһын алыу бәхетенә өлгәште. Алты һөнәрҙәшебеҙ иһә Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды. Уларҙың араһында “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Тамара Юлдашева ла бар.
Почта хеҙмәткәрҙәренә иғтибарҙың йылдан-йыл артыуы һөйөнөслө. Әлеге бүләкләнеүселәр иҫәбендә был тармаҡта эшләүселәр бихисап. Бынан тыш, ике кешегә “Башҡортостандың атҡаҙанған элемтәсеһе” тигән исем бирелде.
Бер үк маҡсатта янып-көйөп эшләгән хеҙмәттәштәр байрамдан күңеле булғансы аралашып, яңы һулыш алып ҡайтты.
Д. ИШМОРАТОВА.


Вернуться назад