Төш07.12.2011
Бер саҡ осоп бара инем,
Ҡаға-ҡаға ҡанатты,
Кемдер берәү әллә өҫтән,
Әллә аҫтан һүҙ ҡатты:
— Ҡар-ра әле, әй, ҡар-расман,
Ҡайыр-рылған ҡаур-рыйың.
Ҡанат ҡағып ҡар-ршылашма,
Ҡасандан ауыр-рыйһың?
Икенсеһе әллә көлә:
— Шиғыр-шоғор, шағир-шоғор...
Эргәһенә барып ҡуйма,
Берәй яман сире йоғор.
Ә берәүһе туҡылданы:
— Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ, туҡ-туҡ...
Ҡайҙан унда моң булһын, ти,
Ҡорт сүпләрлек (э)рәте юҡ.
— Зиһененә зыян килгән...
— Теүәл түгел бының аңы...
Төрлө ҡоштар төрлө яҡтан
Ҡанаттарҙы йолҡҡоланы.
...Хәҙер мин дә сирле түгел,
Мин дә ағас ботағында:
— Саңҡ-саңҡ итеп, зәңгәр күктә
Һөрән һала кем тағын да?!

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад