Гөлдәр07.12.2011
Һеңергә һеңерҙәй эңер...
Эй ғүмер миҙгелдәре!..
Берәм-берәм тажын йома
Йылдарымдың гөлдәре.

Һыуҙар һиптем гөлдәремә,
Һулытмаҫҡа тырыштым.
Сәскәләре ҡойолдолар.
Ҡояшынан тормоштоң.

Ғүмерҙе лә ҡояш сәсә,
Үлемде лә бөркә ул.
Эй, һин йырланасаҡ йырым,
Киләсәккә һеркә бул.

Ғүмеремдең дауамы һеҙ,
Таралығыҙ, һеркәләр!
...Уларҙы ла шул уҡ ҡояш
Көйҙөрөр һәм иркәләр.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад