Илау07.12.2011
Туҡмалыуға
Мин күнегеп бөттөм,
Иллә мәгәр йәшем
Аҡманы.
Үкһеп-үкһеп
Илайым мин бөгөн, —
Тормош бөгөн мине
Ҡаҡманы.
Тик башымдан ғына
Һыйпап үтте,
Һыйпағандай ҡыҙҙар
Ир-атты.
Күпме туҡмалып та
Иламағас,
Ул яратыу менән
Илатты...
Салауат Әбүзәров