Тәтешле районының Аҡсәйет ауылында үткән “Тыуған ауылым” республика халыҡ байрамында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовты Тәтешле районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов ҡаршы алды.
Рөстәм Хәмитов майҙанда ҡоролған башҡорт, татар, мари тирмәләрен, удмурттарҙың бәләкәй өйөн, урыҫтарҙың ихатаһын ҡарап сыҡты. Башҡортостан Президентын икмәк-тоҙ, сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән һыйланылар.
— Бөгөн Тәтешле районында “Тыуған ауылым” тигән матур исемле ҙур байрам үтә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һәр кемдең тыуған ауылы, тыуған ҡалаһы бар. Унда ҡайтып йөрөргә кәрәк, атайсалыңды белеү зарур. Бына мин дә бөгөн тыуған яғыма, һеҙҙең арағыҙға ҡайттым. Ошо байрамды ойошторған Рушан Гәрәевкә, Салауат Фәтхетдиновҡа һәм һеҙҙең барығыҙға ла ҙур рәхмәтлемен. Был байрам беҙгә бик кәрәк, ул — халыҡ байрамы. Һеҙҙе ошо яҡташтар, дуҫлыҡ, барыбыҙҙы ла берләштергән байрам менән ҡотларға теләйем. Ул ололарға — ихтирам, йәштәргә — бүләк, балаларға өлгө булып тора.
Төбәк башлығы Рәсәй Президенты исеменән ошо көндәрҙә 90 йәшен билдәләгән Тәслимә Әхмәроваға ҡотлау открыткаһы, өс балалы Шәрәфетдиновтар ғаиләһенә яңы йорт асҡысы, быйыл бергә йәшәүҙәренә 50 һәм 60 йыл тулған ғаилә парҙарына ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Рушан Гәрәев Рөстәм Хәмитовҡа күрһәткән ихтирамы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм, Тәтешле районы республиканың үҫешенә лайыҡлы өлөш индерә, тип билдәләне. Артабан Салауат Фәтхетдиновтың, шулай уҡ Башҡортостан, Татарстан, Удмурт республикаларынан һәм Пермь крайынан килгән артистарҙың концерты булды.
Популяр йырсы Салауат Фәтхетдиновтың тыуған ере — Аҡсәйеттә “Тыуған ауылым” байрамы тәүге тапҡыр 2006 йылда үткәрелгәйне. Быйыл, Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы, был сараға республика статусы бирелде. Унда шулай уҡ йырсылар, бейеүселәр һәм ижади коллективтар, иң яҡшы урам, йорт, ихата конкурстары, шулай уҡ балалар һабантуйы булды.
Л. ДӘҮЛИЕВА.