Тыуған көн07.12.2011
Был һалҡындан ни эҙләйем?
Онотоммо?..
Кит әле...
Бәй, иҫемдән сыға яҙған —
Тыуған көнөм бит әле.
Бындай саҡта нисек итеп
Йәнең ятып йоҡлаһын?!
Бөгөн мине ғинуарҙың
Һалҡындары ҡотлаһын.
Беләм, беләм,
Мин тыуғас та
Ҡыштың ыжғыр бураны
Ап-аҡ ҡарын юрған итеп,
Мин бәпесте ураны.
Уйлағандыр,
Был баланы
Әсир итер йыр-моң тип,
Әлүк баштан һалҡындарға
Ул күнегә торһон тип.
Йырсы юлы —
Йылы түгел,
Белгәндер ул, моғайын.
Шартлап һыныр мәлдәр була —
Сыҙайым,
Эй, Хоҙайым!..
Туҙа йылдар...
Уҙа йылдар...
Ҡәҙерен бел ғүмерҙең!
Бөгөн, бына, шатлығымды
Шарап итеп һемерҙем.
Айға ҡарап,
Һорар берәү:
"Ярты ай һуң нишләгән?"
Уны бөгөн был ағайың
Закускаға тешләгән...
Салауат Әбүзәров