Яҙыусы Әмир Әминевтең “Ағиҙел” журналының быйылғы 5-се һанында баҫылған “Йондоҙ сәскә” повесын бер юлы ике әҫәр итеп ҡабул итергә булалыр. Тәүгеһе — яҙыусының “Ҡытайгород” повесындағыса, беҙҙең хәҙерге тормош ысынбарлығыбыҙ өсөн көтөлмәгәнлек булып тойолған ят, сәйер күренешкә ҡоролған ир менән ҡатындың татлы һәм танһыҡ мөнәсәбәтен һүрәтләгән әҫәр, икенсеһе — тәүге әҫәрҙә барған ваҡиғаларҙың аҫтында, тик зиһенең һәм интуицияң менән генә уҡый торған икенсе бер әҫәр. Шуныһы ҡыҙыҡ: тәүге әҫәрҙе беҙ барыбыҙ ҙа, повеста һүрәтләнгәнсә, бер төрлө, икенсеһен һәр ҡайһыбыҙ үҙебеҙсә, әҙерлек кимәлебеҙ буйынса аңлайбыҙ һәм ҡабул итәбеҙ. Әҙәбиәт ғилемендәге образлылыҡ төшөнсәһе һәр саҡ ана шул “икенсе әҫәр”гә бәйле. Айырма шунда ғына: ҡайһы бер әҫәрҙәрҙең “икенсе әҫәре” — образлы өлөшө бөтөнләй булмай һәм ундай әҫәрҙәр нисек яҙылһа, шулай ҡабул ителә. Образлылыҡ — ул аңдың күҙгә күренмәгән өлөшө. Психологтар аңдың күҙгә күренмәгән өлөшөн (айсбергтың һыу аҫтындағы өлөшөн) аҫҡы аң тип атай.
Кеше иң күбендә үҙенә Хоҙай һәм тәбиғәт тарафынан һалынған аң потенциалының — 5, физик потенциалдың 10 ғына процентын файҙалана ала, тиҙәр. 5 процент аң потенциалы менән йәшәү дөм һуҡырҙың төндә шырлыҡ менән ҡапланған урман буйлап барыуына тиң. Ә кешенең файҙаланмай ҡалған аң һәм физик көсө ҡайҙа була һуң? Дөрөҫ, асылмаған һәләт һәм көс кеше донъялыҡтан киткәндә уның үҙе менән бергә баҡыйлыҡҡа күсә. Бер кешенең генә үлемендә кешелек әлегә аңлап-баһалап бөтмәгән әллә күпме юғалтыу бар икән! Сократ әйтмешләй, кеше үҙен танып белеп, үҙенә һалынғанды асып бөтөрә алһа, донъябыҙҙың ни рәүешле камил булырын күҙ алдына ла килтереп булмай...
Ә үҙендә булған 5–кә өҫтәп 1 генә процент аң потенциалын аса алыусылар — даһиға, 10-ға өҫтәп 1 генә процент физик потенциалын аса алыусылар батырға әүерелә. Кешелек аҡылы борон-борондан Хоҙай һәм тәбиғәт тарафынан әҙәмгә һалынған аң һәм физик көс запасын уятырға һәләтле ғилемдәргә лә эйә булған. Ул ғилемдәрҙең күбеһе төрлө диндәргә бәйле дөйөм кешелек иғтибарынан йәшереп һаҡланған. Сөнки әҙәм балаһына һалынған тылсымлы көс-ҡөҙрәтте уятҡан был ғилем яуыз ниәтле, ҡара эсле кешеләр ҡулына барып эләкһә, тотош кешелекте һәләкәткә дусар итеүен яҡшы аңлаған ошондай сихри ғилемгә эйә булған илаһи заттар.
Кешегә Хоҙай һәм тәбиғәт тарафынан һалынған ошо оло ҡөҙрәттең, йәғни аҫҡы аңдың кеше өсөн ниндәй роль уйнағанын бик яҡшы аңлап эш иткән ХХ быуат инҡилапсылары. Коммунизм тәғлимәте нигеҙендә, асылда, дини тәғлимәт ятһа ла (күптәр уның туранан-тура күсермәһе, ти), быға өлгәшергә теләүселәр, әлбиттә, аңлы рәүештә Аллаһы Тәғәләне инҡар иткән. Бала сағынан ныҡлы дини тәрбиә алған, был йүнәлештә махсус белеме булған Сталин меңәр йылдар һуҙымында миллиардлаған кешенең рухи инаныуы аша һыналған дини тойғоһон юҡҡа сығарыуҙың иң ҡот осҡос ысулын уйлап тапҡан. Ул да булһа — ҡурҡыу тойғоһо, йәғни һәр диндең нигеҙендәге Аллаһы Тәғәләнән, тамуҡ ғазабынан ҡурҡыу тойғоһо. Сиркәүҙәрҙе, мәсеттәрҙе яндырып, ҡыйратып, руханиҙарҙы аҫып, атып булһа ла, һәр кешенең күңелендәге “вакантлы” ҡурҡыу тойғоһо урынын юҡ итеп булмай бит. Шул урынды икенсе ҡурҡыу тойғоһо менән алмаштырыу маҡсатында Сталиндың шәхес культы барлыҡҡа килгән. “Әгәр ҙә Сталин булмаһа, уны Советтар Союзы халҡы барыбер уйлап сығарыр ине”, — тиҙәр беҙҙең илдә барған ваҡиғаларҙы океан аръяғынан күҙәтеүселәр. Улар бит дөрөҫ әйтә: меңәр йыл буйы Хоҙайҙан, тамуҡ ғазабынан ҡурҡып йәшәп кил дә, ҡапыл ошо уй-тойғо юҡҡа сыҡһын әле, оло мәхшәр башланыр ине бит илдә. Сталиндың һәм башҡаларҙың шәхес культынан ҡурҡыу тойғоһо оҙаҡ йылдар атеистик режимлы илдә йәшәгән халыҡтың кемдән дә, нимәнән дә булһа ҡурҡыу зарурлығы нигеҙендә формалашҡан. Дөрөҫөн әйткәндә, илебеҙ халҡының киләсәген билдәләрлек, уға дөрөҫ йүнәлеш бирерлек аҫҡы аңыбыҙҙағы тарихи аңыбыҙ, рухи булмышыбыҙ, йола-традицияларыбыҙ ошо ҡурҡыу тойғоһо менән баҫтырылып, аҫҡы аңыбыҙҙың ҙур өлөшөн ялмап өлгөргән. Атеистик режимдың йомғаҡтары был.
Әйтергә кәрәк, беҙ был тойғо йоғонтоһонан һаман да ҡотолоп бөтә алмайбыҙ. Ике-өс йыл элек кемдер берәү шаяртып ҡына тиҙҙән тоҙ бөтәсәге хаҡында һүҙ таратҡайны, бер көн эсендә магазиндарҙа семтем тоҙ ҙа ҡалманы. Әйткәндәй, шулай уҡ кемдер тиҙҙән шырпы булмай, тигәс, берәү йәшник-йәшник шырпы ҡаптары менән хатта фатирының бер бүлмәһен тултырып ҡуйған икән. Был хәлдәр бер яҡтан ҡараһаң, әллә ни ҡыҙыҡ булмаған лаҡап, көлкө булып та тойола, әммә уларҙың нигеҙендә әлеге лә баяғы батшалар һәм хакимдар һалған ҡурҡыу тойғоһо ятыуын төҫмөрләргә мөмкин. Хатта кемдең фатирына нисә ҡап шырпы йә тоҙ ташыуына ҡарап, был тойғоноң уның аҫҡы аңында күпме ятыуын тоҫмалларға була. Беҙҙе һаҡланып йәшәргә мәжбүр итә ҡурҡыу тойғоһо. Әйткәндәй, бер эләккән саҡта ныҡ итеп ашарға тырышыу ҙа ҡасандыр, аслыҡ ваҡытында аҫҡы аңға инеп ултырған асығып үлеү ҡурҡынысынан килә. Ҡыҫҡаһы, беҙҙе йәшәткән көс тә ул — ҡурҡыу.
Шулай итеп, Иван Грозный ваҡытында уҡ Рәсәй халыҡтарына опричниктар тарафынан һеңдерелә башланған был тойғо һаман да үҙенең емерткес эшен эшләй. Иван Грозный Рәсәй сиктәрен киңәйтеү сәйәсәтен урыҫ дворяндарының һәм кенәздәренең башын киҫеүҙән башлай. Кем белә, бәлки башҡаларҙы ҡурҡытыу өсөн үҙеңдекеләрҙе ҡайыҙлау сәйәсәтен дә Иван IV башлағандыр? Ҡурҡыу тойғоһо ошо рәүешле батша тарафынан халыҡтарға, иң тәүҙә урыҫ халҡына, һеңдерелә башлай ҙа, һуңынан уның эстафетаһын Ленин, Троцкий, Сталин ҡабул итә. Беҙҙең илдә “Йәшен йәшнәмәйенсә, әҙәм ғибәҙәт ҡылмай”, тигән киң таралған әйтем бар. Был да ҡурҡыу тойғоһо хаҡында. Йәғни йәшен йәшнәгәс кенә, йәғни үҙеңде туранан-тура йәшен атыу ҡурҡынысы барлыҡҡа килгәс кенә, Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп, һаҡлау һорарға мәжбүрһең.
“Үҙең Әмир Әминевтең “Йондоҙ сәскә” повесы хаҡында яҙыу маҡсатын ҡуйғанһың да, әллә ниндәй аҫҡы аң, ҡурҡыу тойғоһо, Иван Грозный, Сталин хаҡында һүҙ бутҡаһы бешерәһең, һүҙҙе икенсегә бораһың, әҫәрҙең йөкмәткеһе, уның идея-тематик асылы хаҡында яҙыр урынға...” тигән дәғүәһен белдерер мәғлүмәтле уҡыусы, һәм ул хаҡлы ла булыр. Ә мин, белгегеҙ килһә, шундай уҡ дәғүәне яҙыусының үҙенә лә белдерә алам: “Һин, Әмир ағай, бер нәмә тураһында әйтергә теләйһең, ә үҙең бөтөнләй икенсе нәмә тураһында яҙаһың: нимәгә кәрәк булды һиңә хәҙерге көндә шәхес культын иҫкә төшөрөп, “Ҡара ҡарға”ларҙан Рәүеф Юламановты ҡулға алдыртыу, уны бер йортҡа алып барып бикләү, янына Рәүфәне килтертеү һәм уларҙы ир менән ҡатын кеүек йәшәтеү? Әйтергә теләгән фекереңде туранан-тура ярып әйтһәң була бит...” тип. Был осраҡта, мин дә үҙемде хаҡлы һанар инем.
(Аҙағы бар).Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.