“Һа-ай, был башҡорттар сәхнәгә түгел, йөрәккә баҫып бейей!” — тигәйне берәү, башҡорт бейеүен ҡарағанда. Ысынлап та, башҡорттоң бейеү сәнғәте иҫ киткес бай һәм киң ҡоласлы. Ошо хазинабыҙҙы халҡыбыҙға еткереү йәһәтенән Башҡортостан телевидениеһы ҙур эш башҡара: 2008 йылдан алып “Байыҡ” башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың телевизион конкурсы уңышлы дауам итә. Был конкурста йыл һайын республикабыҙҙан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу бейеүсе ҡатнаша.
Шуныһы һөйөнөслө: бейеү сәнғәтенә балалар күңелендә лә орлоҡ һалына. Күптән түгел Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығында өcтән алып 15 йәшкә тиклемге балалар араһында “Байыҡ” башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Быға тиклем Мәсетле, Йылайыр райондарында, Өфө ҡалаһында үткән һайлап алыу турында республикабыҙҙың бөтөн төбәктәренән 450-нән ашыу бала ҡатнашты. Йәш таланттарҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Радмир Бәҙретдинов етәкселегендәге жюри ағзалары баһаланы. Балалар яңғыҙ, икәүләп, өсәүләп бейеү һәм бәләкәй ансамбль буйынса үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
Йомғаҡлау сығышында республикабыҙҙың 35 районы һәм ҡалаһынан 350 бала, шулай уҡ Ҡаҙағстандан, Әстрхан өлкәһенән, Тыва, Осетин, Хакас, Чечен республикаларынан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.
Гала-концерт, унда еңеүселәрҙе бүләкләү тураһындағы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.
С. НӘЗИРОВ.