Күңел07.12.2011
Бер өҙлөкһөҙ минең күңел
Һыҙлай ҙа һыҙлай.
Урам сатында көсләнгән
Гонаһһыҙ ҡыҙҙай.
Арҡан итеп ул намыҫын
Аҫылынмаҡсы.
Тик аҡыл тыя был юлдан,
Аҡылым — һаҡсы.
Бер өҙлөкһөҙ йәшен ҡоя
Көсләнгән күңел.
Ә шулай ҙа минең күңел
Фәхишә түгел...
Салауат Әбүзәров