Мат07.12.2011
Сабир ағайға
Төптән уйлап ҡарағанда,
Әҙәм ғүмере — шахмат.
Ҡайғы, бәхет йәнәш кенә —
Ҡара шаҡмаҡ, аҡ шаҡмаҡ.

Тормошта ла фигуралар
Ашайҙар берен-бере.
Башта һәр саҡ ҡыйылыусан
Пешкаларҙың ғүмере.

Ферзь була алған пешка
Тормошта ла бар бит ул.
(Йыш ҡына блат буйынса
Бирелә беҙҙә титул...)

Ләкин ғүмер — таҡта түгел,
Юлдары соҡор, ҡыя.
Батшаға ла, пешкаға ла
Әжәл килеп, мат ҡуя...

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад