Кәкүкле сәғәт07.12.2011
Сәғәт теле
Мәлен көтә әле,
Керешенә ҡуйып
Уҡтарын.
Беләм,
Уның минең йөрәгемә
Шул уҡтарын төбәп
Туҡтарын.
Йөрәгем — сәп.
Юҡ, яҙлыҡмаҫ сәғәт,
Һуңғы моңдай сыңлар
Кереше.
Тыныс ҡына ятам,
Ә ғүмерҙе
Ашыҡтыра сәғәт
Йөрөшө.
Ғүмер бухгалтеры
Кәкүк бер көн
Иҫәп-хисап яһар
Яҙмышҡа.
Ах, әҙерәк кенә бухгалтерҙар
Кеше файҙаһына
Яңылышһа...
Салауат Әбүзәров