Яҙылып бөтмәгән мәҡәлә13.07.2012
Юмореска

Мөхәррир:
– Районыбыҙҙың абруйлы кешеһе Ғилман Әхмәтовтың тиҙҙән юбилейы. Уның хаҡында матур ғына мәҡәлә кәрәк булыр. Кем яҙырға теләй? – тигәс,
– Мин, – тип урынымдан ырғып тороп, ҡулымды болғағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
– Ярай, – тип ризалыҡ белдерҙе етәксе. – Улайһа, киләһе дүшәмбегә әйбереңде өлгөртөргә тырыш. Ундай аҫыл ир-аттар беҙҙә күп түгел. Бигерәк тә йәштәр уларҙан фәһем алып йәшәргә тейеш, – тип тә өҫтәне.
Оло кешене йонсотмайым тип, үҙем өйҙәренә барҙым. Күркәм генә йорт. Хужабикә өлтөрәп килеп ишекте асты.
– Әйҙә, үт-үт, балаҡайым!
– Әллә Ғилман ағай өйҙә юҡмы?
– Өйҙә, өйҙә! Бер аҙ серем итеп алайым тип ятып торғайны. Хәҙер әйтәм.
Ғилман ағай менән һөйләшеү бик еңел килеп сыҡты. Ҡайһы берәүҙәр хаҡында яҙам тиһәң, ауыҙын астыра алмай аптырайһың. Ә ул минең һорағанды ла көтөп тормай үҙе тураһында һөйләне лә һөйләне. “Бына быныһын шуның өсөн бирҙеләр, тегеһен шуның өсөн” тип һәр маҡтау ҡағыҙын, орден-миҙалдарын күрһәтеп, уларҙың тарихын, ваҡытын сурытты.
– Уй, һәйбәт эшләнем бит. Аҙналар буйы өйгә ҡайтып инмәгән саҡтар бар ине. Шулай эш, эш тип сабыулап, ғаиләне лә, балаларҙы ла күрмәнем.
– Тимәк, һеҙҙең уңышығыҙҙа хәләл ефетегеҙҙең дә өлөшө ҙур , – тиергә ашыҡтым.
Үҙе тураһында ҙур кинәнес менән һөйләп ултырған ағайҙы ен алмаштырҙымы ни – бөтөнләй үҙгәреп китте! Күҙенең ағы менән сәнсеп ҡараны.
– Ҡайҙан булһын! Минең арҡала ел-дауыл күрмәй йәшәне инде. Ана, теге аҡылға бер төрлө балалар мәктәбе бар бит әле, шунда йөрөгән булды, – тине. Шунан ул йәнә миңә ҡарап:
– Һеҙ нимә, минең турала яҙырға уйлайһығыҙмы, әллә уның тураһындамы? – тип һораны.
– Һеҙҙең турала, әлбиттә. Шулай ҙа мәҡәләбеҙ тулы булһын өсөн ҡатынығыҙ, ғаиләгеҙ хаҡында ла яҙырға кәрәк.
– Юҡ-юҡ-юҡ! Это ни причем! Яҙмағыҙ ҙа, нитмәгеҙ ҙә! – Ағай ярһып уҡ китте...
Ул ваҡыттағы һөйләшеүҙән һуң байтаҡ ҡына ваҡыт уҙҙы. Эш бүлмәһендә телефон шылтырағанға алһам – Ғилман Әхмәтов. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ул:
– Гәзитте ҡарап барам, минең турала яҙған мәҡәләгеҙ күренмәйсе, – тине.
– Ағай, мәҡәләм күптән яҙылып бөттө тигәндәй, тик бына шул арҡала нөктә ҡуя алмай торам, – тип сәбәбен аңлаттым.
– Әлеге лә баяғы бер балыҡ башы, нимәгә шул тиклем уныһына йәбешеп яттың ? – тигән тауыш ишетелде телефондың теге башынан. – Ул ҡәҙәрем нимә ҡыйратҡан шул мейес бисураһы.
Ғилман Әхмәт улы бер сама туҡтап торҙо ла:
– Улайһа, бөтөнләй яҙмағыҙ, – тип хушлашып та тормай трубканы ырғытты.
Шулай итеп, абруйлы кеше тураһындағы мәҡәләм яҙылмай ҡалды, йәмәғәт. Ә мөхәррир ҡушҡан эште үтәмәгәнгә асыуланып, шелтә сәпәне. Премиянан ҡолаҡ ҡаҡҡас, һөйөклө бисәм дә ай буйы ҡолаҡ итен сәйнәне.
Венер ИСХАҠОВ.


Вернуться назад