Хореографик спектаклдәрҙе онотмайыҡ13.07.2012
Үткән быуаттың 90-сы йылдары. Башҡортостанда милли сәнғәт һис ҡасан да булмағанса юғары кимәлдә һулыш ала башланы. Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының бейеү театры тарихының тәүге биттәре ошо йылдарға ҡарай. Театрҙы йәш хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин ойоштора.

Бындай ҙур эште ул профессиональ белеменә һәм ойоштороу һәләтенә таянып атҡарып сыға. Бала саҡтан күңеленә “хәрәкәт ене” ҡағылған егет үҙе һымаҡ бейеүгә мөкиббән йәштәрҙе туплай. Театрҙың тәүге коллективын — мәҙәниәт техникумында уҡып йөрөгән студенттарҙы бейеүгә һөйөү берләштерә.
Йөрәктәрендә дәрт-дарман ташып торған йәштәр сәхнәгә береһенән-береһе матур “Башҡортостан”, “Ирәндек бөркөттәре”, “Бөрйән егеттәре”, “Иркә”, “Заһиҙә”, “Любезники-любизар”, “Урал бәйете”, “Һыу буйында” тигән бейеүҙәрҙе сығара. Әммә етәксе һиҙә — был сик түгел: театр, маҡсатҡа ярашлы, бөтөн сюжетлы әҫәрҙәр ҡуйырға тейеш. Ошо йәһәттән репертуарҙа хореографик спектаклдәр барлыҡҡа килә. Тамашасылар бигерәк тә “Инсебикә”не үҙ итә.
Мөхәббәт... Был мәңгелек тема бер әҫәрҙең дә сюжетын урап үтмәй. Халыҡ ижадында “Инсебикә” легендаһы бар. Ул бик тетрәндергес... Хан менән Ханзада Инсебикәне ярата. Кемде һайлар һылыубикә?
Легенданы хореографик әҫәр итеп сәхнәгә сығарыр өсөн Хәлил Ишбирҙин күп көс түгә. Сюжет ҡоролошо, легенданы сағылдырған хәрәкәттәр, килешле костюмдар... Һөҙөмтәлә милли мәҙәниәткә һыуһаған тамашасының бар талаптарына яуап бирерлек һоҡланғыс хореографик спектакль тыуа. “Халыҡ бейеүҙәре — һоҡланғыс. Тәбиғәт матур һәм бай икән, бейеүҙәр ҙә сағыу була”, — тигән бер япон бейеүсеһе.
Йәмғиәт үҫеш юлында, ул тормошҡа үҙ төҙәтмәләрен индерә. Был йәһәттән бейеү театрына ла “милли бейеү сәнғәтен күтәреү” идеяһын үҙгәрештәр аша һаҡларға тура килә, сөнки тамашасының талаптары арта, заман техникаһына ла ҡулайлашырға кәрәк. Әлбиттә, театрҙың репертуары байый бара: яңғыҙ, парлы, коллектив бейеүҙәр барлыҡҡа килә, тик ...спектаклдәр юғала сәхнәнән. Сәбәбе — аҡсаның юҡлығы. Спектаклдең башынан аҙағынаса бер үк костюмда йөрөп булмай. Ә бейеүселәргә бер костюм тектерер өсөн генә лә бөгөн, мәҫәлән, ярты миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк, шулай уҡ музыка яҙҙырырға ла. Әммә шундай шарттарҙа ла театр үҙ йөҙөн юғалтмай, тамашасыһына тоғро ҡала.
2004 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының бейеү театрына Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов етәкселек итә. Бейеү тарихын энәһенән-ебенә тиклем белгән элекке “ғәскәровсы” коллективҡа яңы һулыш өрә. “Иң мөһиме: тормошҡа яраҡлашып, милли сәнғәттең йөҙөн юғалтмау, сәнғәтте шоу-эшҡыуарлыҡ менән бутамау”, — ти балетмейстер.
Бөгөн театрҙың репертуары бай. Артистар башҡа милләттәрҙең бейеүҙәрен дә ихлас башҡара. “Бигерәк тә кавказ, испан бейеүҙәре оҡшай, — ти улар. — Сөнки уларҙа башҡортҡа хас ныҡлыҡ, берҙәмлек, батырлыҡ, саялыҡ, тыйнаҡлыҡ, ихласлыҡ сағыла”.
Театр, төрлө илдәргә гастролдәргә сығып, бейеүҙәр аша үҙ милләтенең, туған тәбиғәтенең хозурлығын бәйән итә, сит ерҙәрҙә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙҙе бер мәлгә Урал яҡтарына алып ҡайта. Коллектив Төркиәлә, Голландияла, Бельгияла, Үзбәкстанда гастролдә булды. Бына шулай бейей-бейей йәшәй театр.
...Тормош бер урында ғына тормай, тинек. Бейеү театрының киләсәген күҙаллап, Риф Фәтих улы былай ти:
— Йола-ҡанундарыбыҙҙы артабан үҫтереү, оло быуын артистарының йәштәргә үҙ тәжрибәһе аша хореографик тәрбиә биреүе мотлаҡ. Коллективтың иртәгәһе хаҡында уйланғанда, бигерәк тә Рудамир Басиров, Лилиә Хәбибуллина, Динар Хисмәтуллин, Эмма Яҡупова, Илгиз Ниғмәтуллиндарға өмөт ҙур.
Шөкөр, тамашасы күңеленә йылы өргән бейеүҙәребеҙ бихисап. Шулай ҙа бейеү театрының тәүмаҡсаты — сәхнәгә хореографик спектаклдәр сығарыу. Киләсәктә ошоға әйләнеп ҡайтырға ине теләк.
Рәмил МАНСУРОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад