Ауыл көйө07.12.2011
Ауыл бригадиры — ҡыҙыл әтәс
Таң тишеге менән торҙо ла,
Һиҫкәндереп таңғы тыныслыҡты,
Уйнап ебәрҙе ул борғола.
Һәм уянды ауыл. Бар тирә-яҡ,
Яңғыратып зәңгәр күгемде,
Дәртле баҫып килгән һыйырҙарҙың
Борғо тауышына күмелде.
Тынлы оркестрҙың дирижеры —
Ҡарт көтөүсе — тәртип һаҡланы:
Оҙон сыбыртҡыһын болғай-болғай,
Көтөү артынан ул атланы.
Көй һүҙҙәрен машинкала баҫа
Урман секретаре — тумыртҡа.
Һайыҫҡан да, һүгеп үҙ тауышын,
Эсә ине был саҡ йомортҡа.
Һаҡау ҡая, күпме тырышмаһын,
Ошо моңло көйҙө онотманы.
Ҡабат-ҡабат әйтеп ҡараһа ла,
Бутаны ул һәр бер нотаны.
Һәм оркестр ауыл урамынан
Болонлоҡҡа китте теҙелеп,
Ә ноталар, ҡарлуғастар булып,
Тимер сымда ҡалды эленеп.
Салауат Әбүзәров