Халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, байрамдары араһында һабантуй айырым урын алып тора. Уны ҡайҙа ла ҙурлайҙар, илебеҙҙең бөтә мөйөштәрендә үткәрәләр. Мәскәү, Санкт-Петербург, Владивосток, Түбәнге Новгород, Һамар, Екатеринбург... Хатта алыҫ Төркиәлә лә башҡорт һабантуйын үҙ итеп өлгөрҙөләр.
Күрше Пермь крайында ла һабан байрамын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Гәйнәләр — аҫаба халыҡ. Бынан 456 йыл элек батша уларға “Мөлкәт грамотаһы” бирә. Кама, Тол йылғалары буйҙарында йәшәүсе гәйнәләр башҡорт ҡәбиләләре араһында беренсе булып ултыраҡ тормошҡа күсә һәм ер эшкәртеү менән шөғөлләнә башлай. Был төбәктә 1784 йылда үткән һабантуй тураһында яҙмалар һаҡланған.
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Пермь яҡтарында 40,7 мең башҡорт йәшәй. Быйыл Пермь крайы һабантуйы егерме беренсе тапҡыр үткәрелде. Унда йыл һайын Башҡортостандан, Татарстандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән яҡынса 10–12 мең кеше йыйыла.
…Байрам буласаҡ урынға иртәнән үк халыҡ ағыла ла ағыла. Майҙан мәж килеп, гөрләп тора. Ҡурай, тальян моңдары, ҡыңғырау сыңдары яңғырай.
Тирмәләр теҙелеп киткән. Ҡариҙелдәр ҡорған ике тирмә үҙҙәренең ҡупшылығы, матурлығы менән айырылып тора. Усаҡ яғылған, ҡаҙандар аҫылған. Аҡ халатлы, асыҡ йөҙлө ашнаҡсылар байрамға килеүселәрҙе тәмле ризыҡтар һәм баһадирҙар эсемлеге — ҡымыҙ менән һыйлай.
Кешеләр түңәрәк яһап Иршат Ғабдуллин, Мөғәниф Абраровтың баянына, Динар Абдуллиндың ҡурайына ҡушылып йырлай, бейей.
— Һеҙ кем, ҡайҙан килдегеҙ? – тип ҡыҙыҡһына халыҡ.
— Беҙ — Башҡортостандың Ҡариҙел районынан, — тип яуап ҡайтара “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле етәксеһе Рәфилә Мөнирова. Ҡортлокүл ауылы егете, спорт мастеры Радик Миңләхмәтов йыйылған халыҡты ике минут эсендә 32 килограмлыҡ герҙе 67 тапҡыр күтәреп шаҡ ҡатырҙы.
Тантаналы минуттар яҡынлаша. Крайҙың мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте министры урынбаҫары Александр Протасевич майҙанға йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрик итте һәм төбәк губернаторы Виктор Басаргиндың изге теләктәрен еткерҙе.
Ут күршеләрҙең оло шатлыҡ-ҡыуанысын уртаҡлашырға килгән Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.
Һабантуйҙы ат сабышынан тыш күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. 4200 метр араны, “Рига” исемле аты менән Көнгөр ҡалаһынан Александр Иконников беренсе булып үтте һәм төп бүләккә лайыҡ булды. Ат сабышы байрамға дәрт өҫтәп ебәрҙе.
Көрәш майҙанында алыштар ҡыҙыу бара. Барҙанан Руслан Маматов һабантуйҙың абсолют батыры исемен алды.
Һабантуйға Нефтекама дәүләт филармонияһы артистарының килеүе һәр кем өсөн ҙур шатлыҡ булды. Сәхнәгә Ҡариҙел сәнғәт оҫталары ла күтәрелде.
Кама, Тол буйҙарында йәшәүселәр, ҡунаҡтар рәхәтләнеп ял итте, күңел асты, рухи көс һәм илһам алды. Край һабантуйы ысын мәғәнәһендә дуҫлыҡ, туғанлыҡ байрамына әүерелде.
Башҡортостандың Борай районы Баҙраҡ ауылында тыуып үҫкән, йәш сағында уҡ Пермдә төпләнгән Хәмис Хәбиров:
– Мин инде етмеште уҙған кеше. Егерме бер һабантуйҙың береһен дә ҡалдырманым. Ғаилә менән йыйылып сығабыҙ. Бөгөн һигеҙ йәшлек ейәнемде башҡорт һабантуйын күрһәтергә, башҡорт йырҙарын ишеттерергә алып килдем. Гармунда уйнарға өйрән тип өгөтләйем, – ти.
Зөфәр Хажимуллин Башҡортостандың Ҡариҙел районынан Пермь яҡтарына 1984 йылда күскән.
— Һабантуй ул бөтәһенән дә элек кешеләрҙең осрашыу, аралашыу урыны, — ти Зөфәр. — Әйтһәң, кеше ышанмаҫ, нисә йылдар күрмәгән класташтарымды бында килеп осраттым.
81 йәшлек Зөлҡәфил Сыртланов сығышы менән Татарстандың Аҡтаныш районынан. Пермгә 1953 йылда килеп, ғүмере буйына “ТЭЦ-13” ойошмаһында слесарь булып эшләгән. “Көнө буйы рәхәтләнеп башҡортса, татарса яңғыраған йыр-моңдо тыңланым. Күңел болоҡһоуы баҫылып ҡалды”, – ти ул.
Төрлө ҡыҙыҡлы һәм күңелле милли уйындар ойошторолоуы менән халыҡты үҙенә йәлеп итте быйылғы һабантуй. Бында йыйылған һәр милләт вәкиле лә үҙенең һәләтен, көсөн, оҫталығын һынап ҡараны. Ә мин Пермь ҡалаһындағы был һабантуйҙан һуң, уның сиктәре киңәйәсәгенә, милли байрамыбыҙҙың әле оҙаҡ йылдар йәшәйәсәгенә тағы бер мәртәбә инанып ҡайттым.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Пермь крайы.