Эт олоуы07.12.2011
Күҙҙәремдән
Йылмайыуҙар ҡасты,
Башты баҫты
Ауыр уйҙарым.
Был арала
Үлеп һағынылды
Ауылымды,
Еҙем буйҙарын.

Эт шикелле бәйле
Был йөрәкте
Нишләтергә инде,
Нишләргә?!
Һыйпайым тип, хатта
Ҡағылмағыҙ —
Әҙер тора йөрәк
Тешләргә.

Кешеләргә
Үсе юҡ та юғын,
Һағыныуы шулай
Йөҙәтте.
Ете төндә,
Йоҡоларҙы бүлеп,
Эт олоуы өҙә
Үҙәкте.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад