Ҡара батша йәки шахмат уйыны07.12.2011
Донъям тамам биҙрәтте,
Ҡайҙа барма — шах та шах!..
Гел ҡаралар менән генә
Уйнағанмын икән, ах!
Ҡоторошоп ҡул саптылар
Ҡеүәтләп аҡ батшаны,
Хатта пешкаһына тиклем
Ҡыҫырыҡлай башланы.
Ҡыҙыл погонлы офицер
Һағалай аҙым һайын.
Ҡасып ҡотолормон, бәлки, —
Рокировка яһайым.
Бына ҡотолдом, тигәндә,
Ул хәйлә ҡорған булды:
Бер саҡ "вилка"ға эләгеп,
Бәхетем ҡорбан булды.
...Мөшкөлләнә барғанда ла
Ҡара батшаның хәле,
Баш эйергә самаһы юҡ —
Мат ҡуйылмаған әле!
Салауат Әбүзәров