Өмөт сатҡыһы11.07.2012
Өмөт сатҡыһыХикәйә
Ҡартлығының сигенә еткән бер ҡарт ултыра. Нурҙары күптән һүнә барған күҙҙәре әллә ҡайҙа йыраҡҡа төбәлгән дә хәрәкәтһеҙ ҡалған. Тотош кәүҙәһе таяҡҡа таянған ике ҡулында ғына аҫылынып торған кеүек. Бүртеү тамырлы көслө ҡулдарын алдындағы таяғынан ысҡындырһа, ҡолап китер төҫлө. Ҡарт тын да алмай шикелле. Әйтерһең дә, унда ҡайһы еренәлер эләгеп торған йән дә кибеп ҡатҡан тән генә. Ваҡыт уның турала онотҡан тиерһең.
Ваҡыт тигәндән, ҡайһы ваҡытта, ҡайһы ерҙә ни эшләп ултырғаны ҡарттың үҙенә лә мөһим түгел. Уның өсөн ваҡыт, урын, сәбәп кеүек донъяуи төшөнсәләр юҡҡа сыҡҡан. Ул хатта үткән ғүмеренә, эшләгән эштәренә, ҡылған ҡылыҡтарына ла ниндәйҙер һығымта яһап, баһа ҡуймай. Йәшәлгәне йәшәлгән уның... Артығыраҡ йәшәлгән...
— Һаумы, ҡарт!
Ишетмәнеме, ишетмәмешкә һалыштымы, эргәһенән ҡабалан үтеп киткән кешенең сәләмләүенә яуап бирмәне.
Артығыраҡ йәшәй ул. Инде ейәндәре ҡарттар иҫәбендә йөрөй, уландары күптән был донъяла юҡ, ә уның ғүмере һаман дауам итә, самаһынан уҙып дауам итә... Күҙҙәрен бер нөктәнән икенсеһенә күсерҙе лә, ауыр һулап, шыйлатып бер тын алды. Таяҡҡа ҡатлап һалған ҡулдарының өҫкөһөнөң усы менән аҫҡыһының һыртын ыуып ҡуйҙы ла тағы хәрәкәтһеҙ ҡалды.
— Хәлдәрегеҙ нисек, Ғәҙелша олатай?
Исемен дә хәҙер һирәк ишетә ул. Уға өндәшеүселәр ҙә кәмене. Хәл-әхүәлен, һаулығын һорашыусылар юҡ тиерлек. Сәләмләп үтеүселәргә ҡарағанда эргәһенән өндәшмәй генә үтеүселәр күберәк.
Ҡасандыр үҙ ҡулы менән көс-тирен түгеп эшләгән йорт та ваҡыт һынауына бирешкән. Сереп бөткән бүрәнәләре йылыны күптән тотмай. Әммә ҡартты йылымы, һыуыҡмы — ҡыҙыҡһындырмай. Ул хатта өшөүҙең, эҫенән бешеүҙең тәьҫирен дә онотҡан.
Уландарымдың береһенә ҡалыр, ейәндәремә етер тип төҙөгәйне ошо йортто, үҙенә ҡалды, үҙенә етте...
Семәрләп биҙәлгән ҡапҡа-ҡоймаларға ҡарап мине хәтергә алырҙар, тип уйлағайны, тик уны иҫләргә тейештәр күптән инде китеп бөттө...
Ҡарт көрһөнөп ҡуйҙы. Ашарын ашалды, йәшәрен йәшәлде лә ул...
Маңлайына ҡунған себенде ҡул һырты менән ҡыуҙы ла кеҫәһенә тығылды. Ҡулъяулығын һыңар ҡулы менән генә яҙып һелкте лә битенән тир бөрсөктәрен һөрттө. Ҡыҫыҡ күҙҙәрен ҡыҫыңҡырап тирә-йүнде бер байҡаны ла, кәүҙәһен күтәрә биреберәк ултырып, ҡулъяулығын кире кеҫәһенә тыҡты. Ирендәрен ялап ҡуйҙы. Алдындағы таяғын уңайлабыраҡ күсереп ҡуйып, ҡулдарын шунда ҡабаттан ҡатлап һалғандан һуң тағы хәрәкәтһеҙ ҡалды. Һәм был йәнә оҙаҡҡа ине.
Хәрәкәт. Аптыратҡан бер нәмә инде ошо хәрәкәт. Йоҡларға ятҡан һайын кәүҙәһен рәтләп һала. Иртәмдә йән ташлап тән ҡатһа, ләхеткә ятырға уңай булһын тип ятыуы. Тик иртәнсәк ул тағы хәрәкәткә килә. Тағы йәшәй... Артығыраҡ, быуаттан да артығыраҡ йәшәй.
Ғүмер тигәнең өмөттәрҙән, көтөүҙәрҙән тора бит ул. Элегерәк күп нәмәгә өмөт иткән был ҡартты бөгөн ике генә нәмә ҡыҙыҡһындыра — төндәрен ул әжәлен көтһә, көн тыуһа, ике күҙе Фазый ҡарттың ҡапҡаһында: ҡасан сыға ла ҡасан эргәһенә килеп ултыра...
— Минең килен тағы йоҡлап ҡалыр, ахыры... Һыйырҙары баҡыра башланы, ишетәһеңме, Ғәҙелша ҡарт?
Ҡарт уға боролоп ҡарамай, был тауышты ул шунда уҡ таный, хәбәрен дә башынан аҙағына тиклем ятлап бөткән. Көн һайын иртәнсәк сырхау әбейенә, ялҡау килененә, баҫалҡы улына зарланған Фазый ҡарт дауам итә:
— Әбейҙе әйтәм, эргәһендә ятырлыҡ түгел, әллә нәмәләрен һөртә, киренән ҡыҙ булып китермен ти шикелле. Төнө буйы йоҡлай алманым. Малай эшкинмәй, килен мыштыр, шуның үксәһенә әҙерәк ут тамыҙыр инем...
Һүҙ ошо урында өҙөлә. Фазый ҡарт эйелеп буш салбар балағын яҙып төшөрә лә, ҡаҡҡылап-һуҡҡылап, кире бөкләп, үҙенә кәрәкле оҙонлоҡта булавка менән нығытып ҡуя. Шунан тәмәке тоҡандыра, тартып бөткәнсе бер һүҙ өндәшмәй. Ғәрип ул — һыңар аяғы юҡ. Тән ғәриплеге үҙәгенә үтепме, һау-сәләмәт кешеләрҙең ҡәҙимге ҡыланыштары менән килешә алмай Фазый ҡарт. Ә күңеле ғәрип түгел, күңеле уның хазина... Шуғамы, артабан уйҙарын ҡысҡырып һөйләмәй, көрһөнә-көрһөнә тәмәкеһенең төпсөгөн һурып ташлай ҙа ниндәйҙер күңел күтәренкелеге менән:
— Рөхсәтме? — тип һорай.
Инде әллә ҡасан ҡартайып бөтһә лә, үҙенән күпкә кесе Фазый ҡарттың ошо һүҙенә генә яуап итеп баш ҡаға Ғәҙелша ҡарт, сөнки уның йырлағанын ярата, үлеп ярата. Хөрриәт бит, йырҙарҙың да ниндәйен йырлай ул — “Урал”, “Йәнгүҙәй”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Тәфтиләү”, “Ашҡаҙар”, “Илсе Ғайса”... Һанай китһәң, күптәрен йөҙйәшәр Ғәҙелша ла белеп бөтмәй. Әммә бер маҙаһына тейә был суҡынсыҡ Фазый, башта ҡыйпысыҡ йырҙарҙың береһен йырлап ала, шунан мотлаҡ һорап ҡуя:
— Нисек, шәпме?
Ҡәйнәм биргән һыйыр
Ҡыҫыр ҡалды быйыл...
Ғәҙелша ҡарт иғтибар иткәне бар, шундай йырҙарҙан да нисектер йылы булып ҡала уға. Әммә ныҡлы рухы барыбер ҡырталаша — йырҙарҙың бер йөрәктән урғылып сығып, икенсе йөрәккә көслө тулҡын булып бәреп инеп, уның һәр бер ҡылын сиртеп, шунда тирбәлткәнен талап итә... Ә ундайҙарҙы Фазый ҡарт бер башлаһа, өҙмәй ҙә, ҡуймай ҙа, еренә еткереп, тулыһынса бирелеп башҡара.
Ирәндектең тауын,
ай, буйланым,
Йәнгүҙәйҙә ҡурай уйнаным.
Тыуған ерҙе ташлап китә алмай,
Йырланым да шунда иланым...
Ошо моңло йырҙар көн дә ниндәйҙер сихри көс менән Ғәҙелшаның тыртыҡ кәүҙәһенә йән өрөп, йәшәүгә рухи күтәренкелек өҫтәп торҙо. Хатта Фазый ҡарттың гөрһөлдәк тауышының йыр бөгөлөштәрен яҙараҡ үткән урындары ла быға ҡамасауламай, ниндәйҙер ғорурлыҡ тойғоһо уята тыңлаусыла.
Йәйме, ҡышмы, ямғырмы, ҡармы — береһе бирелеп тыңлар, икенсеһе онотолоп йырлар ине. Бынан егерме йыл элек тә, былтыр ҙа, кисә лә шулай булды.
Тик бөгөн генә иртә нисектер сәйер башланды. Тәүҙә Фазый ҡарттың ҡапҡаһы көндәгесә шар асылды (ҡапҡаны уларҙа ике кеше шулай аса: Фазый үҙе, сөнки уны, һыңар аяҡлыны, ярҙамсы таяҡтары менән еңелсә ырғаңлап сыҡҡансы бер нәмә лә мәшәҡәтләмәҫкә тейеш, һәм килене һыйырҙарын шулайтып ҡыуып сығара. Ҡалған осраҡта ҡапҡа яртылаш ҡына асыла). Ҡапҡанан Фазый ҡарт түгел, ә һауылған ике һыйыр, башмаҡтарын эйәртеп, елдереп килеп сыҡты. Уларҙы ҡабаландырған йәш килен Ғәҙелша тапҡырынан башын аҫҡа эйеп тиҙерәк үтеүҙе хуп күрҙе. Ҡарттың һораулы ҡараштары уны күҙҙән юғалтҡансы оҙатҡас, ҡапҡа тағы асылды. Ғәҙелша өмөт тулы күҙҙәрен шунда күсерҙе, быныһында ла ул алданды. Өйҙән сығыусы Фазыйҙың “эшкинмәгән” улы ине. “Эшкә бармайҙыр, барһа, ни эшләп улай кире яҡҡа атлаһын. Йә медпунктҡа бара был, йә кантурға”, — тигән ҡараш уныһының да артынан ҡалмай эйәрҙе. Ҡапҡа йәнә асылды. Башындағы яулығының сите менән йыш-йыш битен һөрткән Мәйсәрә ҡарсыҡ тәнтерәкләп күршеләренә инеп китте.
“Ни эшләп сыҡмай Фазый? Нимә булған?..” Өҙөк-өҙөк һорауҙар ҡарттың сал башын яуап таптырып туҡтауһыҙ сүкене. Ғәҙелшаның йөрәге Фазый ҡарттың барлыҡ йырҙарын барланы, араһынан ҡайһыһындыр йырлап, уның сығыуын һорап дарҫлап тибә башланы.
— Рөхсәтме? Рөхсәтме? Рөхсәтме?
Ғәҙелша, был ҡыҫымға түҙә алмай, баш ҡаҡты. Ошо рөхсәтле ымды ғына көткәндәй, уның ҡарт йөрәгендә йырҙар бөтәһе бер юлы һәр береһе үҙ көйөндә башланды. “Урал”, “Бейеш”, “Азамат”, “Любизар”, “Порт-Артур”, “Таштуғай”... Тик береһе лә өҫтөнлөк алырға тырышманы, береһе лә юғалып ҡалыуҙан ҡурҡманы. Фазый ҡарттың көсәйгәндән-көсәйә барған тауышы Ғәҙелшаның күңел ҡылдарының һәр береһенә ҡағылып үтте.
Йырҙар йөҙйәшәр ҡартты тулыһынса биләп алды. Тик оҙаҡҡа түгел, төрлө көйгә еңелсә бәүелгән күңел ҡылдары нескәргәндән-нескәрҙеме, әллә уларға илаһи моң тулҡыны һаҡһыҙыраҡ бәрелдеме, шунда ҡапыл нимәлер өҙөлдө...
Әҙерәк ултырғас, аңланы ҡарт — йырҙар өҙөлдө... Сәсрәп өҙөлгән өмөт сатҡылары булып яндырып-көйҙөрөп бабайҙың йөрәгенә ҡаҙалды. Ауырттырып ҡаҙалдылар. Ғәҙелша ярҙам эҙләгәндәй инде өмөтһөҙ күҙҙәрен ҡаршы ҡапҡаға терәне. Унда, Фазый ҡарт йорто тәңгәленә, Ғәҙелшаның ауылдаштары йыйылыша башлағайны.
“Бәй, ҡапҡа шар асыҡ бит! Фазый сығып килә лә баһа! Фазый сығып килә!”
Йөҙйәшәр ҡарт тороп ҡаршы йүгерер сиккә етеп, күршеһен тыны менән һурып алырҙай булып ҡарһаланды. Бөтөн кәүҙәһе менән юл ашалағы ҡаршы өйгә ынтылды.
“Юҡ! Фазыйҙы алып сығып киләләр, алып сығып киләләр...
Урал ғына тауы, һай, ҙур булмай,
Урал аша аҡҡан һыу булмай.
Ҡайҙа ғына барһаң, бәхет кәрәк,
Бәхетле лә ирҙәр хур булмай...”
Ҡартлығының сигенә еткән ҡарттың йөрәгендә түҙеп торғоһоҙ ауырлыҡ менән көслө өмөт сатҡыһы баҙлап-баҙлап, янып-янып һүнмәҫкә тырышты...
Рәмилә ТОРОМТАЕВА.


Вернуться назад