Моғайын да, илһам
— халҡыбыҙҙан,
Күктәр тарафынан бирелгән.
“Халыҡ һүҙен ҡабат кешеләргә
Илтегеҙсе, зинһар!” — тиелгән.
Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылында тыуып үҫкән, йәшлек йылдарынан бирле Өфөлә йәшәп ижад иткән күренекле шағир Рәмил Йәнбәктең Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә күптән түгел донъя күргән “Тамғалы заман” тигән китабында шундай юлдар бар. Эйе, бөтөн булмышын халҡына хеҙмәт итеүгә бағышлап, уның тормош-көнкүрешен, ҡайғы-хәсрәтен ябай күҙ менән генә түгел, ә күңел күҙе менән дә күрә белгән ижадсыларҙың береһе ул Рәмил. Кешеләрҙе ысын күңелдән яратып, улар яҙмышы өсөн көйөп йәшәй шағир. Шуның өсөн халыҡ та уны хөрмәт итә, ижадын ярата. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З. Биишева һәм Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты Рәмил Йәнбәктең яңы — һигеҙенсе китабы шиғриәт һөйөүселәр өсөн ҙур бүләк булды.
Рәмил Әхмәт улы, үтә лә тыйнаҡ кеше булараҡ, үҙен маҡтағандарын да, маҡтанырға ла яратмай. Әммә шағирҙың тормош ҡиблаһы, донъяға ихлас күҙ менән бағыу, образлы фекерләү менән һуғарылып, уның ижади асылын кәүҙәләндергән йыйынтығын ҡулға алғас, бер кәлимә һүҙ әйтмәй булдыра алманым.
Йыйынтыҡҡа төрлө йылдарҙа сыҡҡан китаптарынан алынған һәм һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары тупланған. Баш һүҙҙе Әнғәм Хәбиров яҙған.
Ирмен тигән ир-егеттәр юлы —
Минең юлым, минең яҙмышым.
Ошо юлдан алға елгән саҡта
Хаҡлыҡ ҡына булһын юлдашым, —
тип, үҙенең йәшәү һәм ижад итеү маҡсатын йәштән үк билдәләгән автор инде нисәмә йылдар шиғриәтебеҙҙең ауыр йөгөн тартыусылар сафында. Ул төрлө ғәҙелһеҙлек арҡаһында күп михнәт кисергән милләттәштәрен ғорур булырға, бабалар аманатын һаҡларға саҡырып, “Асырғаныу” шиғырында былай ти:
Дер һелкетеп донъя көтөр саҡта,
Күкрәк кирер саҡта шатлыҡтан —
Нишләп һуң беҙ ҡалдыҡ меҫкенләнеп,
Ниңә көлдөрәбеҙ башҡорттан?
Китапта тыуған яҡҡа, тәү башлап тәпәй баҫҡан изге тупрағына, уның кешеләренә, ата-әсәһенә, бала һәм үҫмер саҡҡа гүзәл тойғолар менән һуғарылған шиғырҙар ҙа байтаҡ:
Яҡташтарҙы күрһәм, йәнем йәлсей,
Онотамын золом-йәберҙе.
Йәнем кеүек яҡын тыуған яғым,
Атам-әсәм кеүек ҡәҙерле.
Заман ағышын ысынбарлыҡтағыса тойған шағир туған халҡының яҙмышы өсөн яна, көйә, уны әсендергән проблемаларын урап үтмәй, уҡыусыға дөрөҫлөктө ярып һала.
Урал тигән илем бар,
Башҡорт тигән телем бар.
Ялҡау менән яуыздарға
Һауам хәрәм, ерем тар.
Уян, халҡым, йоҡоңдан,
Ҡотол һәлкәү холҡоңдан.
Хөр илеңдә хөр йәшәргә
Йөрәгеңдә ялҡын бар.
Аҫабалыҡ хаҡың бар!
Йыйынтыҡтағы “Һул марш” шиғырына күҙ һалайыҡ. Беҙҙең башҡа төшкән күп бәләләргә заман менән бер рәттән үҙебеҙ ҙә ғәйепле түгелме?! Был хаҡта милли рухлы шағир үҙенә генә хас туралыҡ менән әйтеп бирә:
Үҙгәреш ошо булдымы?
Иреклек, имеш.
Беҙ һаман һулға баҫабыҙ
Тышаулы килеш.
Һәр шағирҙың уҡыусыға әйтер һүҙе, асыр яңылығы була. Р. Йәнбәктең шиғырҙарын уҡығанда ла беҙ тормош һабаҡтары алабыҙ. Ул ҡайғы-шатлыҡтарға һәр саҡ фәлсәфәүи бейеклектән ҡарай, үҙ стиле, идеяһы бар. Шағирҙың ижадында тел-һүрәтләү саралары ла үҙенсәлекле, улар шиғырҙарға айырым бер күркәмлек өҫтәй. Дөрөҫ, бер мәҡәләлә генә әҙиптең күңел донъяһын, ижад киңлеген асып бөтөрөү мөмкин дә түгел. “Тамғалы заман” – һәр шиғриәт һөйөүсенең дә күңел ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек уҡымлы китап.
Шағир үҙе әйткәнсә, “әҙәм тормошо һәм мәңгелек, йәшәү мәғәнәһе һәм уҙған йылдар, изгелек һәм мәкер кеүек төшөнсәләр тураһында йышыраҡ уйланып”, фәлсәфәүи тәрән мәғәнәгә эйә шиғырҙары менән рухи ҡиммәттәрҙе халҡыбыҙға еткереү бурысын үҙ иңенә алған Рәмил Йәнбәк бөгөн алтмышын теүәлләп килә. Әҙиптең киләсәктә лә халыҡҡа хеҙмәт иткән илһамлы һуҡмаҡтан атлап, ижад толпарында яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләйек.
Зәлифә КАШАПОВА.
Илеш районы,
Иштирәк ауылы.