Кәрт уйыны07.12.2011
Бар ғүмерем —
Кәрт уйыны...
Баш сыҡманы
"Дүрәк"тән.
Башҡаларҙы оҫта итеп
Уйнарға
Кем өйрәткән?!

Дәртем бар ҙа,
Кәртем йүнһеҙ,
Ҡулымда —
Алты ғына.
Был юлы ла
Баҫылырмын —
Өмөт юҡ
Артығына.

Тузы булһа,
Алтыһы юҡ,
Алтыһы бар —
Тузы юҡ...
Эй, был бәхет тигәнең
Һурпаһы бар,
Тоҙо юҡ.

Туздарҙы
Үҙем күтәрҙем,
Алтылары
Баҫылды.
Ә мин "дүрәк"
Уйнағанмын
Аңлай алмай
Асылды:

Туз янына
Һәр ваҡытта
Алтыһы
Кәрәк икән...
Һуңлап белдем
Хәҡиҡәтте —

Салауат Әбүзәров
Мин шуға
"Дүрәк" икән.


Вернуться назад