"Симсим"07.12.2011
Күпме кеше,
Кермәк булып,
Күңелемдең
Түренә,
Шаҡылдатҡан.
Тик ишегең
Асылмай
Береһенә.

Унда шундай
Хазина бар,
Алыҫ торһон
Алмастар.
Серле һүҙҙе
Белмәгәндәр
Ишек аса
Алмаҫтар.

Йән асҡысы —
Серле һүҙҙе
Йөрәгемдән
Табамын.
Һөйөү ҡаяһы
Алдында
Мин бер Ғәли
Бабамын.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад