Күҙҙәр07.12.2011
Ҡыҙым Гөлсиренгә

Ҡыҙым, зинһар,
Күҙҙәремә баҡма,
Улар моңһоу,
Улар һағышлы.
Күҙҙәр нурын
Күптән йыуып үткән
Йылдар тигән
Йылға ағышы.

Был күҙҙәр ҙә
Тап һинеке һымаҡ
Ине һинең кеүек
Булғанда.
Йондоҙҙарҙы хатта
Көнләштереп
Йондоҙ булып баҡты
Йыһанға.

Ҡыҙым, зинһар,
Күҙҙәремә баҡма,
Күҙ нурыңды һаҡла
Үҙеңә.
Яман күҙҙән
Хоҙай аралаһын,
Күҙ теймәһен инде
Күҙеңә.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад