Бейеү сәхнәһенең ҡабатланмаҫ йондоҙо10.07.2012
Бейеү сәхнәһенең ҡабатланмаҫ йондоҙоСал Ирәндек ҡуйынындағы йәмле Күсей ауылында, уның Төпкөл һәм Аҡма шишмәләренең шифалы һыуын эсеп, Күрән йылғаһында ҡолас ташлап йөҙөп, Йәнтәл тауҙарында уйнап үҫкән мәшһүр ауылдаштарым аҙ түгел. Шуларҙың береһе — һоҡланғыс балетмейстер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин. Тап ошо көндәрҙә уға 60 йәш тулған булыр ине. Ә ул арабыҙҙан ни бары 44 йәшендә генә китте...
Эйе, таланттар күктәге йондоҙҙар кеүек гөлтләп балҡый ҙа ҡапыл юғала. Бәғзеләре кешеләр күңелендә мәңгелек бер яҡты йондоҙ булып ҡала.
Йәүҙәт Зәйнулла улының да яҙмышы тап шулай булды. Ижадының күкрәп сәскә атҡан, сәхнәләрҙе дер һелкетеп бейеп йөрөр мәлендә арабыҙҙан китеп барҙы. Әммә үҙенән һуң мәңгелек мираҫын ҡалдырҙы...

Ояһында ни — осҡанында шул

Бикбирҙиндар ғаиләһендә 13 бала үҫә. Йәүҙәт ағай — унынсыһы. Улар араһында төрлө һөнәр кешеләре бар, әммә барыһы ла бейергә ярата, йыр-моңдо үҙ итә. Рухи Бейеү сәхнәһенең ҡабатланмаҫ йондоҙошишмә йәншишмәләй ырыуынан урғыла, тиҙәр. Сәнғәткә булған һөйөү, әлбиттә, ата-әсәһенән килә. Әсәһе Гөлнур инәйҙең тауышы бик моңло була. Уның фронт яланында ятып ҡалған ағаһы, атаҡлы ҡурайсы һәм бейеүсе Ғәлиастан Шәмсетдинов Башҡорт академия драма театрында эшләгән, һирәк башҡарыла торған байтаҡ халыҡ йырҙарын һеңлеһенә өйрәтеп ҡалдырған. Шуға күрә әсәһе башҡарыуындағы халыҡ ынйылары Йәүҙәт ағайҙың күңелен бала сағынан иркәләй, наҙға, нурға күмә. Аҙаҡ был илаһи моң бейеү һалғанда ҙур ярҙамсы була.
Күрше генә йәшәгәнлектән, бала саҡтан Гөлнур һәм Зәйнулла Бикбирҙиндар менән тығыҙ аралашып, ғаилә ағзалары хаҡында хәбәрҙар булып үҫтем. Бигерәк тә йәй айҙарында өйҙәренә килеп тулған ейән-ейәнсәрҙәрен көтөп ала торғайныҡ. Йәүҙәт ағайҙың ялға ҡайтҡанын белгәс тә, улар йәшәгән йорт яғынан күҙемде алмайым, сөнки төрлө мәҙәктәр тик унан ғына сыға: картуф баҡсаһында эшләп йөрөгәнендә, саң туҙғытып, бейеп китһенме, йә булмаһа, Атүлгән ҡоҙоғона һыуға барғанымда, көйәнтәмде алып, “ошолайыраҡ иткәндә, нисегерәк була әле”, тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә төрлө хәрәкәттәр ҡабатлаһынмы... Ә кисен өйҙәре янына бала-сағаны йыйып, бейеү өйрәтә башлай. Бигерәк тә беҙгә, ауылдаштарыбыҙҙың нисек атлауын, кемгә ниндәй ҡылыҡ-фиғел хас булыуын эләкләп, мәҙәк итеп күрһәтеүе оҡшай торғайны. Бала саҡтың ғәмһеҙ уйҙарынан арынып, бөгөн килеп шуны аңланым: бейеү һалыу еңелдән түгел икән. Йәүҙәт ағай, моғайын да, буласаҡ бейеүҙәренең “инеш башы” итеп үҙ ауылын һайлағандыр. Уның “Күсей зимагорҙары”, “Сонайым” һәм башҡа күп кенә ижад емештәрендә яҡташтарын еңел танырға була.
Мәҡәләне яҙыр алдынан бейеүсенең бер туған ағаһы, Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүсе Самат Бикбирҙин менән оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ, фоторәсемдәр ҡарап, хәтирәләргә бирелдек. Шуныһы ҡыуаныслы: Самат ағайҙа ҡустыһының бер нисә хаты һаҡлана. Уларҙа бейеү хаҡында уй-фекерҙәр байтаҡ. Бишенсе класта уҡып йөрөгән сағында Өфө ауыл хужалығы институтында белем алған Самат ағаһына бер концертта үҙенең өс бейеүҙе башҡарғаны тураһында яҙа, “арып бөттөм, ҡат-ҡат һорап сығарҙылар” тип тә өҫтәй. Хат аҙағында “Башҡортостан пионеры” гәзитенә яҙылыуы хаҡында ла теркәп ҡуйған. Тимәк, буласаҡ бейеү оҫтаһы бәләкәйҙән киләсәктә үҙенең ниндәй юлды һайлаясағын асыҡ күҙаллаған. Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡыған сағында уҡытыусы Раил Асҡаров (ул да Күсей ауылынан, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарованың атаһы) етәкселегендәге бейеү түңәрәгенә йөрөй.
Бала саҡтан хәрәкәтсән, йылдам һәм етеҙ булып үҫкән Йәүҙәт спорт буйынса ла алдынғылыҡты бирмәй. Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡыған сағында, уны Өфөгә бейеү буйынса уҡырға саҡырып ҡағыҙ ебәргәс, физкультура уҡытыусыһы был хаҡта үҫмергә белдермәүҙе үтенә, буласаҡ ҙур спортсыны юғалтыуҙан ҡурҡа. Үкенескә ҡаршы, Йәүҙәт Бикбирҙинға Өфөгә барып, махсус белем алырға тура килмәй. Әммә сәнғәткә булған ҙур һөйөү егеткә тынғылыҡ бирмәй һәм ул Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға инә. Тап ошонда уҡытыусыһы Салауат Дәүләтбаев ярҙамында тәүге бейеүҙәр һалына, ижад ҡомары асыла.

Бейеү сәхнәһенең ҡабатланмаҫ йондоҙо“Ҡара тауыҡ” итальяндарҙың һушын алған

Район мәҙәниәт йортонда тап уның тырышлығы менән данлыҡлы “Ирәндек” бейеү ансамбле төҙөлә. Йәүҙәт Бикбирҙин ҡуйған милли бейеү сәнғәте өлгөләренең иң яҡшылары сәхнәгә сығарыла. Был, әлбиттә, сәнғәт белгестәренең һәм профессиональ бейеүселәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итмәй ҡалмай. Башҡаларҙан айырылып торған үҙенсәлекле бейеүсене конкурстарҙың береһендә күреп ҡалып, филармонияға — Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә саҡыралар. Унда Йәүҙәт Зәйнулла улы профессиональ оҫталыҡҡа тәрәндән өйрәнә, бейеү серҙәренә ныҡлап төшөнә. Бында ике йыл эшләү осоронда коллектив менән Италия, Франция, Швейцария илдәрендә гастролдә була. Остазы һәм уҡытыусыһы Йәнғәле Вахитов уның өсөн махсус бейеүҙәр һала. Шаян “Ҡара тауыҡ”ты республикабыҙҙың ғына түгел, хатта сит илдәрҙең тамашасылары ла яратып алҡышлай.
“Ҡара тауыҡ”ҡа бәйле бер ҡыҙыҡ хәл тураһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Сибай дәүләт филармонияһы бейеүсеһе Фәйзулла Ғөбәйҙуллин былай тип һөйләй: “Ансамбль Италияла гастролдә йөрөгәндә айырыуса коллектив бейеүҙәргә өҫтөнлөк бирелгән. Итальяндарҙың күңелен асайым, мәрәкә итәйем тип, артистар икенсе бейеү өсөн кейемдәрен алмаштырған ваҡытта, Йәүҙәт сәхнәгә “Ҡара тауыҡ”ты бейергә сыға. Бейеү тамамлана, ә зал тып-тын. Бейеүсе һуңғы хәрәкәттәрҙе ҡабатлай ҙа, сәхнәнең өҫтөнә элеп ҡуйылған Италия флагына ҡарап, башын юғары сөйөп, бармағы менән уға ишаралай. Ә флагта әтәс һүрәте төшөрөлгән: шул саҡ тамашасылар аяғүрә баҫып, дәррәү ҡул сабырға тотона. Тулы зал бер нисә минут дауамында Йәүҙәт ағайҙы алҡышлай”. Шуныһы ҡыуаныслы: уҡытыусыһының юлын дауам итеп, бөгөн Фәйзулла Ғөбәйҙуллин “Ҡара тауыҡ”ты халыҡсан башҡарһа, улы Айсыуаҡ бейеүҙе заманса ритмдарҙа — тектоник стилендә башҡарыуы менән айырыла.
Ансамблдә оҙаҡ йылдар эшләгән сәнғәт оҫталары Хисбулла Зөбәйҙуллин, Рим Бакиров, Тәлғәт Урмановтар йәш бейеүсегә сәхнә серҙәрен төшөндөрә, тәжрибәләре менән ихлас уртаҡлаша. Артабан Йәүҙәт Бикбирҙин Бәхти Ғайсин һәм Кәтүк-Әхәт Уразмәтовтарҙың концерт бригадаһында эшләй. Республиканың төрлө ҡала һәм райондарының ниндәй генә сәхнәһендә сығыш яһауына ҡарамаҫтан, һәр ерҙә ойоҫҡота баҫып, өҙҙөрөп һәм талпынып бейегән йәш артист бар халыҡты һоҡландыра.

Бикбирҙин бейеүҙәре

Бейеүҙәрҙең дә ниндәйерәк аҫылдары бит әле! Бөтә донъяны, сит ҡитғаларҙы дуҫлыҡ ептәре менән тоташтырыусы ижад ынйылары, Испания, Германия, Италия, Бельгия тамашасыларын таң ҡалдырған “Каруанһарай”, “Игеҙәков”, “Ҡараһаҡал”, “Маршрут”, “Перовский”, “Юлғотло һунарсы”, “Бейеш ҡараҡ”, “Ҡара тауыҡ”, “Кәкүк” һәм башҡа бейеүҙәре сәнғәт тарихында мәңге ҡалырлыҡ. Йәүҙәт Бикбирҙиндың бейеүҙәре халыҡсан, милли колоритлы, эске кисерешкә бай булыуы, сюжетлылығы менән башҡаларҙан айырылып тора.
Ағаһы Самат Зәйнулла улы әйтеүенсә, сюжеттар уның күңелендә һис көтмәгән саҡта тыуған. Хатта урамда китеп барғанда башҡаларҙың атлауына ҡарап та ниндәйҙер яңы хәрәкәттәр таба, кеше инеп сыҡҡан арала ла унан ҡабатланмаҫ милли биҙәк отоп ҡалыр булған. “Әмин һәтәүе” тигән шаян бейеүҙе һалған саҡта, аҙналар буйы ошо ауылда йәшәп, геройы тураһында ололарҙан һораша, холоҡ-фиғелен өйрәнә. Бейеүсе Рәфҡәт Юнысовҡа ошо бейеүҙе һалып һис тә яңылышмай, һоҡланғыс, үҙенсәлекле “Әмин һәтәүе” әле лә сәхнәлә “йәшәй”. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Йәүҙәт Зәйнулла улы халҡыбыҙҙың тарихи үткәненә бәйле бейеү һалыу менән мауыға. Башҡорт халҡының милли-азатлыҡ көрәше тарихын, башҡорт яугирҙәренең походтарын, ихтилал башлыҡтарының тормошон тәрән өйрәнә. Уның үлемһеҙ “Ҡараһаҡал”, “Каруанһарай”, “Игеҙәков”, “Перовский”, “Бөрйән яугирҙәре”, “Ҡаһым түрә” кеүек тарихи бейеүҙәре ана шул шәхестәрҙең яҡты иҫтәлегенә бағышлана. Шуныһы ғәжәпләндерә: ижад емештәре бер-береһен ҡабатламай, үҙҙәренә генә хас сюжеты, хәрәкәте бар.
Сәхнә оҫтаһын төрлө райондың мәҙәниәт бүлеге етәкселәре саҡырып, бейеү ҡуйҙыра. Бөгөн төрлө тарафтарҙа тап ул һалған бейеүҙәрҙе башҡарып, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урын алыусылар бихисап. Фәйзи Ғәскәров исемендәге призға үткәрелгән республика хореография конкурсында ул ҡуйған бейеүҙәр менән бер нисә район һәүәҫкәрҙәре ҡатнашҡан. Бәйгеләрҙең береһендә Йәүҙәт Бикбирҙинға “Республиканың иң яҡшы хореографы” тигән исем бирелә. Сәнғәт донъяһының алтын хазинаһына әүерелгән “Каруанһарай” тарихи бейеүе бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Ул башҡорт хореографияһына нигеҙ һалыусы Фәйзи Ғәскәровтың “Ҡороҡсолар”ы менән бер рәттән телгә алына. Гүзәллек һәм батырлыҡ, нескәлек һәм ҡыйыулыҡ, һөйөү һәм һағыш бергә уҡмашҡан тарихи-хореографик күренеш халҡыбыҙҙың үткәнен сағылдыра. Бөгөн “зәңгәр экран”дарҙан, йә булмаһа, сәхнәләрҙән Йәүҙәт ағайҙың бейеүҙәрен күреп, күңел һыҡтап китә. Үҙең дә һиҙмәҫтән, “эх”, тип ҡуяһың.
Әммә шуныһы ҡыуандыра: оҫта һалған бейеүҙәрҙе башҡарыусылар бар. Йылайыр районынан Азамат Кәримов “Ҡара тауыҡ”ты, Баймаҡтан Гөлзифа Әхмәтова — “Ҡыҙҙар Байығы”н, Өфөнән Рәфҡәт Юнысов — “Әмин һәтәүе”н, Баймаҡ районының Төркмән ауылынан Сәғит Талипов — “Юлғотло һунарсы”ны, Әмир Талипов “Кәкүк” бейеүҙәрен яратып башҡара. Былары билдәле булғандары ғына, ә билдәһеҙҙәре күпмелер — әйтеүе ҡыйын.
Баймаҡтың бейеү сәнғәтен бығаса күрелмәгән оло бейеклектәргә күтәреүсе лә — Йәүҙәт ағай. 1983 йылда уның тырышлығы менән ойошторолған ансамблдең репертуары оҫтаның сәнғәт өлгөләре менән тулыланып, Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй фольклор байрамында, Германияла фольклор коллективтарының йыр һәм бейеү фестивалендә, Италия һәм Бельгияла халыҡ-ара фольклор фестивалдәрендә ҡатнаша. 1988 йылда ижади коллективҡа “халыҡ ансамбле” тигән маҡтаулы исем бирелә.

“Байыҡ”тың инеше ҡайҙан юл алған?


Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлназ Аҡназарова фекеренсә, “Йәүҙәт Бикбирҙин ижады менән иҫән сағында уҡ үҙенә һәйкәл ҡойҙо”. Уның башланғысы менән 1996 йылда Баймаҡ ҡалаһында үткән “Байыҡ” конкурсы хәҙер бик популяр телевизион бәйгегә әүерелде.
1812 йылғы Ватан һуғышынан иҫән ҡайтҡандарҙы ҡаршылап, йөҙйәшәр Байыҡ сәсәндең халыҡ алдындағы бейеүе исеме менән аталған тәүге “Байыҡ” бәйгеһендә фәҡәт ошо бейеүҙе башҡарыусылар ғына көс һынаша. Бәйгелә “Байыҡ”тың ниндәй генәләре булмай! Бикбирҙин да конкурс өсөн шәхсән бер нисә бейеү һала. “Түңгәүер Байығы”, “Үҫәргән Байығы”, “Тамъян Байығы”, “Ҡыҙҙар Байығы”, “Атайым Байығы”, “Ушан Байығы”, “Кинйә” кеүек бейеүҙәре менән иҫ китмәле тотош бер эпопея тыуҙыра. Бер туған апаһы Фәрзәнә “Тамъян Байығы”н башҡарып, ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урынды ала. Ә бер туған ағаһы Марат “Атайым Байығы”н бейеп, призлы урын яулай.
Ҡасандыр Йәүҙәт Бикбирҙиндың башланғысы менән барлыҡҡа килгән “Байыҡ” бейеү конкурсының бөгөн телевизор ҡараусыларҙың иң яратҡан бәйгеһенә әүерелеүенә тос өлөш индергән Баймаҡ ҡыҙы Рита Өмөтбаеваға “Афарин!”дан башҡа ни әйтәһең инде?!

Уйлашайыҡ, хәл итәйек

Әлбиттә, хореограф-балетмейстер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙиндың халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәтенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Бигерәк тә башҡорт классик бейеү өлгөләрен үҫтереүҙәге роле ҙур. Әммә беҙ уның ижадын тулыһынса баһалау дәрәжәһенә ирештекме? Юҡтыр, моғайын. Һуңғы ваҡытта уның ижад емештәрен “урлап”, бер нисә хәрәкәтен үҙгәртеп йәки бейеүҙең исемен генә алмаштырып, сәхнәгә сығарыусылар ҙа юҡ түгел. Былай дауам итһә, йылдар үтеү менән Йәүҙәт Бикбирҙиндың мәшһүр бейеүҙәре юғалыуы йәки заманса ҡалыптарға яраҡлаштырылып, башҡа ҡуйыусылар исеме менән сәхнәгә сығыуы ла ихтимал. Ошоғаса уның бейеүҙәре авторлыҡ хоҡуғына ла эйә түгел. Кемдер бында бейеүсенең үҙен дә ғәйепләр, ваҡытында ни эшләп йөрөгән, тип һораусыһы ла табылыр. Улар хаҡлы. Әммә таланттар бер ҡасан да үҙенең исеме өсөн эшләмәй, ә халыҡ данын күтәреүгә көсөн һала. Кемдеңдер бер бейеү ҡуйып та, уны рәсмиләштереп дан алыуы, ә Йәүҙәт ағай кеүек халҡым тип яныусыларҙың ваҡытында үҙ баһаһын аңламауы мөмкин. Шуға күрә туғандары иҫән-һау саҡта, шаһиттар барында, уны яҡындан күреп белгән, остаздарынан өйрәнгән бейеүселәр булғанында бейеүҙәренә патент алыу мәсьәләһен хәл итеү бик урынлы булыр.
Икенсенән, ул ойошторған һәм үҙен донъяға танытҡан “Ирәндек” халыҡ бейеү ансамбленә Йәүҙәт Бикбирҙин исемен биреү ҙә күптән өлгөргән мәсьәләләрҙең береһе. Уның бейеүҙәрен туплап, берәй филармонияның репертуарына тәҡдим иткәндә отошло булмаҫ инеме икән? Бер профессиональ коллектив та үҙ репертуарында мәшһүр бейеүсенең сәнғәт ынйыларына эйә булыуҙан баш тартмаҫ. Бейеүҙәрен бергә туплап, видеояҙма итеп сығарғанда, ижадын дауам итеүселәр өсөн баһалап бөткөһөҙ дәреслек булыр ине. Артабан да тәҡдимдәр исемлеген дауам итергә мөмкин, әммә әлегә ошоларын эшләү мөһимерәк. Шул сағында йылдар, быуаттар үтһә лә, талантлы бейеүсе, мәшһүр балетмейстер Йәүҙәт Бикбирҙиндың ижады юғалмаҫ. Шағир әйтмешләй:

Һинең бар булмышың һәм ижадың
Мәңге ҡалыр халыҡ телендә.
Дәртле, йәнле бейеүҙәрең менән
Йәшәр даның башҡорт илендә!
Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы.


Вернуться назад