Күңелде нурлар ҡояш10.07.2012
Күңелде нурлар ҡояшМиңлегөл Хисамованың “Ҡайҙа ҡастың, ҡояшым?” исемле китабын ҡулға алғас, ҡояшта ҡара янып, ялан тәпәй йүгергән бала саҡтар иҫкә килеп төштө.

Китаптың тышын да, эсен дә рәссам Майя Зыяи матур-матур һүрәттәр менән биҙәгән. Уларҙан бала саҡ донъяһы бөркөлөп тора. Ә инде баҫманы уҡый башлау менән күңелле мажараларға бай, йәнле тәбиғәт күренештәре, хайуандар, бөжәктәр донъяһы тураһындағы шиғырҙар, ҡыҙыҡлы йомаҡтар, мауыҡтырғыс әкиәттәр әсир итә.
Китап “Гөлдәй матур тыуған илем”, “Миҙгелдәр биҙәй ерҙе”, “Бала саҡ — тылсымлы өн”, “Яңы йыл килә беҙгә”, “Мәктәп — ғәжәп серле донъя” кеүек бүлектәрҙән тора.
Шулай итеп, күгебеҙҙә йөҙгән ҡояш йә болоттар араһына, йә тауҙар артына инеп юғалып торһа ла, “Ҡайҙа ҡастың, ҡояшым?” китабы балалар күңелен һәр саҡ яҡтыртып, нурлап торасағына шигебеҙ юҡ.
С. НӘЗИРОВ.


Вернуться назад